Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
3 Февраль 2020, 14:25

Балаларға үлем һатмағыҙ!

БР-ҙың Административ Кодексына үҙгәрештәр индерелде. Быны халыҡ күптән көтә ине.#национальныепроекты

БР-ҙың Административ Кодексына үҙгәрештәр индерелде. Ул бәлиғ булмағандарға вейп, ҡалъян, снюс һатыусыларға ҡағыла. Республикала балаларға был ағыуҙарҙы һатыу ҡәтғи тыйыла. Талаптарҙы боҙған осраҡта граждандарға – 3-4 мең һум, вазифалыларға – 30-40 мең һум, юридик берәмектәргә 150-200 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Ҡабаттан эләккән ваҡытта уның күләме артасаҡ: граждандарға – 4-5 мең һум, вазифалыларға – 40-50 мең һум, юридик берәмектәргә 200-250 мең һум тәшкил итә.

Әйтергә кәрәк, был закон талаптары бик урынлы. Балаларға үлем һатыусыларҙы ваҡытында туҡтатырға кәрәк.

Читайте нас: