+13 °С
Болотло
Ҡуянтау ауылынан ике иҫерек ир бергә мәжлес ҡора. Тора-бара улар бәхәсләшеп китә һәм “ҡунаҡ булыу” улар өсөн бик тә күңелһеҙ тамамлана. 38 йәшлек ир утын алып, 54 йәшлек шешәләшенең башына һуға. Шаһиттар зыян күреүсегә “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Уға Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһында медицина ярҙамы күрһәтелә һәм өйөнә ҡайтарыла.
Һөжүм итеүсе бер нисә тапҡыр иркенән мәхрүм ителгән булған. Кеше сәләмәтлегенә аңлы рәүештә зыян килтергәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Эскелек икеһе өсөн дә шундай фажиғә менән тамамлана.