Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
27 Ғинуар 2020, 16:25

"Халыҡ контроле" - Баймаҡта

"Халыҡ контроле" Баймаҡта спиртлы эсемлек һатҡан 30-ҙан ашыу сауҙа нөктәһен тикшерҙе. Асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса протокол төҙөлдө. Һөҙөмтәләр ҡурҡыныс!#национальныепроекты

Ошо көндәрҙә Баймаҡта БР-ҙың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина етәкләгән “Халыҡ контроле”нең сираттағы рейды үтте. Ул “Стоп, суррогат!” республика акцияһы сиктәрендә ойошторолдо. Шунлыҡтан был юлы башлыса алкоголле эсемлектәр һатҡан утыҙҙан ашыу сауҙа нөктәһе тикшерелде. Шул уҡ ваҡытта иҫерткес эсемлектәрҙе һатыу буйынса билдәләнгән режимдың үтәлеү-үтәлмәүе лә ҡаралды. Асыҡланған етешһеҙлектәр буйынса полиция хеҙмәткәрҙәре протокол төҙөнө.

Ялған араҡы етештереүселәр һәм уларҙы һатыусыларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу маҡсатында бындай рейдтар артабан да дауам итәсәк. Рөхсәтһеҙ эш итеүселәр тураһында мәғлүмәттәрҙе [email protected] электрон почтаһының “Хәүефһеҙ мөхит” порталына ебәрә алаһығыҙ. Шулай уҡ +7 (347) 218-09-87 телефоны буйынса эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем шылтырата алаһығыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ялған иҫерткес эсемлек етештереүселәр тураһында хәбәр итеүселәргә – 50 мең һум, ә һатыусылар тураһында иҫкәртеүселәргә 2 мең һум премия түләнә. Бөгөн 3 тиҫтәгә яҡын кешегә улар түләнгән дә инде.

Читайте нас: