Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
27 Ғинуар 2020, 17:31

"02" хәбәр итә!

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 163 хәл-ваҡиға булған, шуның 9-ы криминаль характерға эйә. Баймаҡта бер әҙәм аҡтығы ҡатынды туҡмап, көсләргә маташҡан. Тулыраҡ беҙҙең сайтта. #национальныепроекты

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 163 хәл-ваҡиға булған, шуның 9 криминаль характерға эйә. Урлыҡ (3), кеше мөлкәтен боҙоу (2), мутлашыу (1), талау (1) осраҡтар ҙа теркәлгән. Баймаҡта бер әҙәм аҡтығы ҡатынды туҡмап, көсләргә маташҡан. Бер аҙнала 10 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 266 осраҡ теркәлгән. 11 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 8 водитель тотолған.

Читайте нас: