Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
22 Ғинуар 2020, 11:05

22 кешегә премия түләнгән

"Стоп суррогат" акцияһы буйынса түләүҙәр башланды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

22 кеше премия алған да инде. Башҡортостанда рөхсәтһеҙ суррогатлы иҫерткес эсемлек һатыусыларҙы хәбәр итеүселәрҙең эшмәкәрлеген туҡтатыу маҡсатында “Стоп суррогат” акцияһы уҙған йылдың декабрь аҙаҡтарында иғлан ителгәйне. Эсемлектәрҙе етештереүселәр – 50 мең һум, ә уларҙы һатыусылар тураһында хәбәр иткән өсөн 2 мең һум премия вәғәҙә ителде. Бөгөн 22 кешегә вәғәҙә ителгән түләүҙе алды ла инде. Уларҙың барыһы ла рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлек һатыусылар тураһында хәбәр иткән.

“Стоп суррогат” акцияһы 15 февралгә тиклем дауам итәсәк. Иҫерткес эсемлек етештереүселәр һәм һатыусылар тураһында [email protected] электрон почтаһы аша йәки 8 (342) 218-09-87 телефон һандары аша хәбәр итергә мөмкин. Анонимлыҡ һаҡлана.

Читайте нас: