Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
30 Декабрь 2019, 12:00

"Хәүефһеҙ Яңы йыл" акцияһы үтте

Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эше буйынса комитеты Баймаҡ районы буйынса ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә “Хәүефһеҙ Яңы йыл” акцияһын ойошторҙо. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Айырыуса байрам көндәре юл-транспорт ваҡиғаһы бермә-бер артып китә. Быға ҡайһы бер водителдәрҙең ғәмһеҙлеге һәм вайымһыҙлығы сәбәпсе. Күңелһеҙ хәлдәрҙе профилактикалау маҡсатында Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр эше буйынса комитеты Баймаҡ районы буйынса ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә “Хәүефһеҙ Яңы йыл” акцияһын ойошторҙо. Улар водителдәргә иҫерткес эсемлек ҡулланғандан һуң автомобиль руле артына ултырмаҫҡа саҡырҙы. Был хаҡта мәғлүмәттәр тупланған ҡулланмалар ҙа тапшырылды.

Юл хаталарҙы хәфү итмәй. Шунлыҡтан юлға сыҡҡанда уялыҡты юғалтмайыҡ. Эскән килеш, руль артына ултырмағыҙ!

Читайте нас: