Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
26 Декабрь 2019, 17:25

“Туҡта, суррогат” акцияһында 849 мөрәжәғәт булға

Ағыу һатыусыларға көн бөттө! Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына рөхсәтһеҙ араҡы һатыусылар тураһында 275 кеше шылтыратҡан, “Хәүефһеҙ мөхит” порталына 574 иҫкәртеү килгән, йәғни бөтәһе 849 мөрәжәғәт теркәлгән. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

БР Башлығы Радий Хәбиров бөтә республика буйынса суррогат эсемлектәр, “фанфурик”, законһыҙ араҡы һатыусыларға ҡаршы көрәш башланы. Ошо маҡсатта урындарҙа етештереүселәр һәм уларҙы һатыусылар тураһында мәғлүмәт йыйыу буйынса “Туҡта, суррогат” акцияһы иғлан итте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына рөхсәтһеҙ араҡы һатыусылар тураһында 275 кеше шылтыратҡан, “Хәүефһеҙ мөхит” порталына 574 иҫкәртеү килгән, йәғни бөтәһе 849 мөрәжәғәт теркәлгән.

Акция дауам итә. “Туҡта, суррогат” акцияһы шарттары буйынса Башҡортостандың Дәүләт сауҙа комитетының “Хәүефһеҙ мөхит” порталына https://safety.openrepublic.ru/ (тәүлек әйләнәһенә) йәки +7 (347) 218-09-87 телефонына шылтыратып (эш көндәрендә сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем) хәбәр итергә мөмкин. Иҫерткес эсемлектәр етештереүселәр тураһындағы мәғлүмәткә – 50 мең һум, рөхсәтһеҙ һәм өйҙәренән спиртлы эсемлектәр һатыусылар хаҡында хәбәр иткәндәргә 2 мең һум түләнә.

Читайте нас: