Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
23 Декабрь 2019, 17:50

Рөхсәтһеҙ шыршы ҡырҡмағыҙ!

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 84 хәл-ваҡиға булған, шуның 10-ы криминаль характерға эйә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 84 хәл-ваҡиға булған, шуның 10 криминаль характерға эйә. Урлыҡ (8), кеше туҡмау (4), ата-әсәлек бурысын үтәмәгән (1), үлтереү менән янаған (1) осраҡтар ҙа теркәлгән. Беренсе Төркмән ауылында бер йәйәүле тапалған. Рөхсәтһеҙ шыршы тейәгән бер машина туҡтатылған. Законһыҙ рәүештә иҫерткес эсемлек һатҡан 1 кеше тотолған. Йәмәғәт урынында эскән килеш тәртип боҙған 3 кеше эләккән.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 182 осраҡ теркәлгән. 16 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 7 водитель тотолған.

Читайте нас: