Һаҡмар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
20 Декабрь 2019, 10:30

Бер тәүлектә 400 араҡы һатҡан кеше хаҡында хәбәр ителгән

Бер тәүлектә - 400 хәбәр! Былай булғас иҫерткес эсемлек менән рөхсәтһеҙ эшҡыуарлыҡ алып барыусыларға көн бөттө! Алынған мәғлүмәттәр Эске эштәр министрлығына йүнәлтеләсәк. Улар иһә үҙ сираттарында адрестар буйынса эш алып барасаҡ. Ғәйеплеләр закон алдында яуап бирәсәк.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров 18 декабрҙә рөхсәтһеҙ иҫерткес эсемлек етештереүселәр һәм уларҙы һатыусылар тураһында хәбәр итеүҙе үтенгәйне. Уның өсөн 50 мең һәм 2 мең һум түләү буласағы хаҡында ла белдерҙе. Һөҙөмтәләр иҫ киткес шәп! Былай барһа, аҫтан эш итеүселәргә көн бөттө!

Бер тәүлек эсендә 400-гә яҡын кеше был хаҡта мөрәжәғәт иткән. Ошо хаҡта БР Сауҙа дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусевбелдергән. 140 шылтыратыу булған, 16 хәбәр “Инцидент” системаһы аша килгән, тағы ла 220-һе “Хәүефһеҙ мөхит” порталы аша килгән.

Былай булғас иҫерткес эсемлек менән рөхсәтһеҙ эшҡыуарлыҡ алып барыусыларға көн бөттө! Алынған мәғлүмәттәр Эске эштәр министрлығына йүнәлтеләсәк. Улар иһә үҙ сираттарында адрестар буйынса эш алып барасаҡ. Ғәйеплеләр закон алдында яуап бирәсәк.

Читайте нас в