Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
19 Декабрь 2019, 17:55

Үлем язаһын нимә алмаштырыр?

Рәсәйҙә үлем язаһы 1997 йылда уҡ бөтөрөлгән. Сөнки илебеҙ Хөкүмәте кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм иркенән мәхрүм итеү тураһындағы Европа конвенцияһының алтынсы протоколона шул хаҡта ҡул ҡуйған. Үлем язаһына алмашҡа нимә тәҡдим ителә? Ул яҡлау табырмы?

Рәсәйҙә үлем язаһы 1997 йылда уҡ бөтөрөлгән. Сөнки илебеҙ Хөкүмәте кеше хоҡуҡтарын яҡлау һәм иркенән мәхрүм итеү тураһындағы Европа конвенцияһының алтынсы протоколона шул хаҡта ҡул ҡуйған.

Был иһә күп кенә ауыр енәйәт ҡылыусыларға ғүмер бүләк итте. Үлем язаһын кире ҡайтарыу тураһында күптән һүҙ алып барыла. Ҡайһы бер енәйәтселәргә, бигерәк тә балаларҙың һаулығына һәм ғүмеренә ҡул һуҙыусыларға тап ошо яза талап ителә. ЛДПР депутаты Сергей Иванов үлем язаһын ғүмерлеккә яңғыҙын төрмәгә ябырға, тигән тәҡдим индерә. Был яҡлау табырмы?

Читайте нас: