Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
19 Декабрь 2019, 13:15

Комиссия ултырышы үтте

Баймаҡ район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән балиғ булмағандар эше буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уның менән комиссия рәйесе Гөлшат Сирғәлина етәкселек итте. Ултырышта туғыҙ административ эш ҡаралды. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Баймаҡ район хакимиәте ҡарамағында эшләп килгән балиғ булмағандар эше буйынса комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Уның менән комиссия рәйесе Гөлшат Сирғәлина етәкселек итте. Ултырышта туғыҙ административ эш ҡаралды.

РФ-тың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.35-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, йәғни балаларын тәрбиәләү буйынса ата-әсәлек бурыстарын үтәмәгәндәре өсөн төҙөлгән 5 материал тикшерелде. 20.22-се статья буйынса 16 йәшкә тиклемге балиғ булмағандарҙың иҫерткес эсемлек, наркотик, психотроп матдә ҡулланған осраҡтар буйынса төҙөлгән 3 материал ҡаралды. Тағы ла бер эш - 20.21-се статья буйынса (иҫерткес эсемлек тәьҫирендә йәмәғәт урынында йөрөгән осраҡта тотолған өсөн) төҙөлгән ине. Барлыҡ һорауҙар буйынса ла комиссия тейешле ҡарар сығарҙы.

Читайте нас: