Һаҡмар
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Декабря 2019, 13:00

Йомаш, Төркмән һәм Баймаҡта тотолғандар!

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 138 хәл-ваҡиға булған, шуның 9-ы криминаль характерға эйә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Добавить в предпочтительные источники Google

Эске эштәр бүлегенең дежур-диспетчер хеҙмәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, уҙған аҙнала районда 138 хәл-ваҡиға булған, шуның 9-ы криминаль характерға эйә. Урлыҡ, (5), кеше туҡмау (3), ата-әсәлек бурысын үтәмәгән (3) осраҡтар ҙа теркәлгән. Банк картаһынан аҡса урлауға бәйле 2 мутлашыу булған. 1 вандализм теркәлгән: ҡаланың үҙәк майҙанындағы фонтанды емергәндәр. Йомаш, Беренсе Төркмән һәм Баймаҡ ҡалаһында рөхсәтһеҙ араҡы һатыусылар тотолған.

ЮХХДИ инспекторҙары тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙған 93 осраҡ теркәлгән. 11 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Иҫерек килеш руль артына ултырған 7 водитель тотолған.