Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
18 Декабрь 2019, 13:00

Кемдәргә 50 мең йәки 20 мең һум түләнәсәк?

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә рөхсәтһеҙ суррогатлы араҡы, алкоголле эсемлек етештереүселәргә һәм уларҙы һатыусыларға ҡарата ҡәтғи сара күреләсәге хаҡында белдергән. Йәшерен иҫерткес эсемлектәрҙе етештереүселәр тураһында хәбәр итеүселәргә – 50 мең һум, ә уларҙы һатыусылар хаҡында хәбәр итеүселәргә 20 мең һум күләмендә компенсация түләнәсәген белдергән. Анонимлыҡ һаҡлана. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә рөхсәтһеҙ суррогатлы араҡы, алкоголле эсемлек етештереүселәргә һәм уларҙы һатыусыларға ҡарата ҡәтғи сара күреләсәге хаҡында белдергән. Йәшерен иҫерткес эсемлектәрҙе етештереүселәр тураһында хәбәр итеүселәргә – 50 мең һум, ә уларҙы һатыусылар хаҡында хәбәр итеүселәргә 20 мең һум күләмендә компенсация түләнәсәген белдергән. Анонимлыҡ һаҡлана.

Быйыл эскелектән 115 кеше вафат булған. Был һанды мөмкин тиклем кәметергә тырышасаҡбыҙ, тип белдерә Радий Хәбиров. Йыл башынан республика биләмәһендә йәшертен эшмәкәрлек иткән 8 араҡы етештереү цехы ябылған, 70 меңдән ашыу литр спиртлы эсемлек тартып алынған. Суррогатлы эсемлекте балаларға ла һатҡан осраҡтар теркәлгән.

Рөхсәтһеҙ алкоголь етештереүселәр һәм уларҙы һатыусылар тураһында мәғлүмәттәрҙе БР буйынса Сауҙа дәүләт комитетына түбәндәге портал аша хәбәр итеүегеҙҙе үтенәм, тип белдерә Республика Башлығы: “Хәүефһеҙлек мөхите” портлы - https://safety.openrepublic.ru/ (тәүлек әйләнәһенә) һәм телефон: +7 (347) 218-09-87 (сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 7-гә тиклем эш көндәре).

Читайте нас: