Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Декабрь 2019, 19:35

Тәүлегенә 24 сәғәт һаҡта торасаҡтар

Яңы йыл байрамы көндәрендә юлдарҙа ЮХХДИ инспекторҙары көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Алкоголь эскән водителдәрҙе руль артына ултыртмау, юлдарҙа тәртип булдырыу маҡсатында даими рейдтар уҙасаҡ. 2019 йылдың 31 декабренән 2020 йылдың 1 ғинарға ҡараған төндә Башҡортостан Республикаһы буйынса юлдарға 600 юл-патруль хеҙмәте инспекторы, 300 автопатруль сығасаҡ. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Яңы йыл байрамы көндәрендә юлдарҙа ЮХХДИ инспекторҙары көсәйтелгән режимда эшләйәсәк. Алкоголь эскән водителдәрҙе руль артына ултыртмау, юлдарҙа тәртип булдырыу маҡсатында даими рейдтар уҙасаҡ. 2019 йылдың 31 декабренән 2020 йылдың 1 ғинарға ҡараған төндә Башҡортостан Республикаһы буйынса юлдарға 600 юл-патруль хеҙмәте инспекторы, 300 автопатруль сығасаҡ.

Шулай уҡ 6-7 ғинуарҙа ла көсәйтелгән режим иғлан ителә. Халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа ла хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, ҡышҡы каникул көндәрендә халыҡ ял иткәндә, төрлө учреждение етәкселәре хәүефһеҙлек һәм именлек талаптарын күҙәтеү маҡсатында, поста ҡалырға бурыслы, тип белдерҙе.

Читайте нас: