Бөгөн мутлашыусылар аҡса эшләүҙең яңы ысулын файҙаланалар. Машина номерҙарын урлайҙар һәм тәҙрәһенә “Номерығыҙ юғалған булһа, ярҙам итәм”, - тип телефон һандарын яҙылған белдереү ҡыҫтырып китәләр. Бының менән улар үҙҙәренең урлыҡта ҡыҫылыштары юҡлығын аңлатырға тырыша.
Мутлашыусылар ғәҙәттә, бер генә номерҙы ысҡындырып ала. Белеүебеҙсә, бер генә номер менән йөрөгән өсөн дә штраф ҙур. Шунлыҡтан был осраҡта водителгә һайлау мөмкинлеге юҡ. Номерҙың дубликатын эшләтеп алыу күпкә осһоҙораҡ. Ләкин машинағыҙҙың номеры юғала икән, был хаҡта тейешле органдарға хәбәр итергә кәрәклеген онотмағыҙ. Сөнки уларҙы уҫал ниәттә башҡа енәйәт осраҡтарында файҙаланыуҙары ихтимал. Полиция хеҙмәткәрҙәре менән берлектә мутлашыусыларҙың эҙенә төшөү бөгөн ауырлыҡ тыуҙырмай.