Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
12 Декабрь 2019, 19:15

Кәнфит ашаһаң - 20 һум бирәм!

Бөгөн социаль селтәрҙәрҙе ҡот осҡос хәбәр баҫты: 2-се мәктәп эргәһендә балаларға бушлай кәнфит таратҡандар. Шундай уҡ хәл 7-се мәктәп эргәһендә лә ҡабатланған. 4-се класс уҡыусыһы 2-се класс малайын кәнфит менән һыйлаған. Ашаһаң 20 һум аҡса бирәбеҙ, тип тә өҫтәгән. Хәҙер ул дауаханала, реанимацияла. Врачтар уның һаулығы өсөн көрәшә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн социаль селтәрҙәрҙе ҡот осҡос хәбәр баҫты: 2-се мәктәп эргәһендә балаларға бушлай кәнфит таратҡандар. Шундай уҡ хәл 7-се мәктәп эргәһендә лә ҡабатланған. 4-се класс уҡыусыһы 2-се класс малайын кәнфит менән һыйлаған. Ашаһаң 20 һум аҡса бирәбеҙ, тип тә өҫтәгән. Хәҙер ул дауаханала, реанимацияла. Врачтар уның һаулығы өсөн көрәшә.

Йөрәк тетрәндергес был ваҡиғаның ниндәй ҡалала икәнлеге яҙылмаған. Балаларығыҙҙы иҫкәртегеҙ – бер ҡайҙан да, бер кемдең ҡулынан да, бер нәмә лә алып ашамаһындар! Тәҡдим иткән тиҫтерҙең үҙе лә уның нимә икәнен белмәүе ихтимал. Һағыҙ, кәнфит тип алдаштырғандары – СНЮС! Уны ашаған һәр кемдең ғүмере өҙөлөүе ихтимал. Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Читайте нас: