Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
11 Декабрь 2019, 18:20

“Аттар!” тигән сигнал кәрәк!

Юл-транспорт ваҡиғаһына осрап, күпме кеше ғүмерен өҙөлә! Мал хужалары уларҙы юлдан алырға ашыҡмайҙар икән, ниңә башҡалар зыян күрергә тейеш? Шуның өсөн дә Баймаҡ район хакимиәте трассаларҙа осраған малдар тураһында 8(34751) 2-20-10 телефондары аша Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә саҡыра. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Күптән түгел Темәскә киске сәғәттәргә ҡунаҡҡа саҡырҙылар. Барған саҡта Түбә һәм Темәс эргәһендә өйөр-өйөр аттар осраны. Ҡайтҡанда иһә улар дүрт: Темәс, Түбә, Һаҡмар һәм Ҡуянтау ауылдары эргәһендә тап булды. Һәр аҙымды үлсәп баҫҡан кеүек, машинаны ла бик яй тиҙлектә йөрөтөп ҡайтырға тура килде. Бер урында иһә саҡ юл-хәрәкәте ваҡиғаһына осраманыҡ – ҡолонсаҡ асфальтҡа сабып килеп сыҡты. Ярай ҙа тормош иптәшем тормоз педаленә баҫып өлгөрҙө. Ҡайтып еткәнсе ҡаршы осраған машиналарға фарҙарҙы яндырып-һүндереп сигнал биреп барҙыҡ. Аңлағандар аңланы - “аварийка” яғып, рәхмәттәрен белдерҙе. Аңламағандары иһә фарҙарын бер яғып, бер һүндереп алды. Улар ҙа аттарға барып еткәс, беҙҙең сигналдың нимә аңлатҡанын белгәндәрҙер, моғайын.

Юлдағы берәҙек мал ысынында ла ҙур хәүеф тыуҙыра. Юл-транспорт ваҡиғаһына осрап, күпме кеше ғүмерен өҙөлә! Мал хужалары уларҙы юлдан алырға ашыҡмайҙар икән, ниңә башҡалар зыян күрергә тейеш? Шуның өсөн дә Баймаҡ район хакимиәте трассаларҙа осраған малдар тураһында 8(34751) 2-20-10 телефондары аша Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итергә саҡыра.

Һәм тағы ла, машина фарҙарын яғып-һүндереп сигнал биреү бөгөн водителдәр өсөн “Һаҡ бул! Юлда – ЮХХДИ!” тигәнде генә түгел, ә “Аттар!” тигәнде лә аңлата.

Лилиә ТАКАЕВА.

Фото интернет селтәренән алынды.

Читайте нас: