Рәсәйҙә машина йөрөтөү таныҡлығы алыуға имтихандарҙың бер этабы бөтөрөлөүе ихтимал. Был яңылыҡты киләһе йылдан индерергә уйлайҙар. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр буласаҡ?
Киләһе йыл водителдәргә бик күп кенә яңылыҡтар әҙерләй. Шуларҙың береһе - 2020 йылдың октябренән машина таныҡлығы алғанда имтихандың ябыҡ майҙансыҡтағы этабын ғәмәлдән сығарыу. Дөрөҫ, әлегә уның проекты ҡарала. Хәҙер ЮХХДИ бер нисә норматив-хоҡуҡи акт әҙерләй, шуларҙың береһе имтихан үткәреү ҡағиҙәләренә ҡағыла. Был үҙгәрештәр B, C һәм D категориялары буйынса таныҡлыҡҡа имтихан тапшырыусыларға ҡағыласаҡ. Әлеге ваҡытта документтарҙы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевҡа тапшырырға әҙерләйҙәр. Әгәр ҙә ҡул тамға ҡуйылһа, был үҙгәреш киләһе йылдан үҙ көсөнә инәсәк.
Тағы ла бер яңылыҡ - киләһе йылдың июленән Рәсәйҙә машина йөрөтөүселәр өсөн медицина тикшереүенең дә яңы тәртибе индереләсәк. 2020 йылдың уртаһынан барлыҡ граждандарға алкоголизмға һәм наркотиктар ҡулланыуға анализдар тапшырырға тура киләсәк.
Лилиә ТАКАЕВА.