Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
5 Декабрь 2019, 13:05

Суд приставына ла закон бар

һеҙ суд приставтарының тейешле эште башҡармауҙарын белдереп, судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Суд приставтары хөкөм ҡарарының үтәтеү эше буйынса тотҡарлыҡ яһаһа йәки бөтөнләй бер ни ҙә эшләмәгән осраҡта нимә эшләргә? Был проблеманы хәл итеүҙең ике юлы бар. “Үтәтеү эше тураһында”ғы 18-се федераль законға ярашлы, һеҙ пристав-башҡарыусының етешһеҙлеге тураһында өлкән суд приставҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ул 10 көн эсендә сара күреп, һеҙгә яуап бирергә тейеш.

Шулай уҡ һеҙ суд приставтарының тейешле эште башҡармауҙарын белдереп, судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Суд приставтарының хөкөм ҡарарын ваҡытында үтәмәүе (ә ул судтан һуң 2 ай эсендә үтәлергә тейеш) ғәҙел ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Был закондың үтәлешендә тотҡарлыҡ яһай. Шуға күрә граждандар үҙ хоҡуҡтарын яҡлап, атап үтелгән органдарға мөрәжәғәт итә ала.

Л. Шафеева, прокурор ярҙамсыһы.

Читайте нас: