Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Ноябрь 2019, 15:00

Машинаңды ҡасан урларға: шәмбе, дүшәмбе?..

БР буйынса ЮХХДИ инспекторҙары машиналарҙы йышыраҡ ниндәй көндә урларға тырышыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Фәҡәт ҡайһы көндә “тимер ат”ыңдан “ҡолаҡ ҡағыуың” ихтимал? Был хаҡта белергә теләһәгеҙ, беҙҙең сайтҡа инегеҙ.

БР буйынса ЮХХДИ инспекторҙары машиналарҙы йышыраҡ ниндәй көндә урларға тырышыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Фәҡәт ҡайһы көндә “тимер ат”ыңдан “ҡолаҡ ҡағыуың” ихтимал?

Быйыл йыл башынан 381 машинаны урлағандар. Былтыр ул күрһәткес - 478 булған. Юғалған машиналарҙың күбеһе табылған. Тағы ла 120-һен эҙләргә ҡала.

Ҡараҡтар уларҙы башлыса йорт алды йәки ойошма ихаталарынан ҡыуып алып киткән – 348 осраҡ теркәлгән. Иң ышаныслы урын булып, һаҡланған машина ҡуыйыу урындары һанала. Уларҙа әле бер генә лә осраҡ әлегә теркәлмәгән. 2019 йылдың беренсе эш көнөндә 72 машинаны ҡыуып алып киткәндәр. Тағы ла 66-һы йылдың беренсе йәкшәмбеһендә юғалған. Шишәмбе, шаршамбы, кесаҙна һәм йома көндәре күрһәткестәр бер үк – яҡынса 50 машина. Иң тынысы – шәмбе, тип һанала. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был көндәрҙә 39 ғына машина юғалған.

Тимер ат”тарҙы башлыса төнгө сәғәт 12-нән таңғы 6-ға тиклем урлайҙар. Ҡараҡтар, ни сәбәптәндер уларҙы дүшәмбе көндәре ҡыуып алып китергә тырыша. Бәлки, ялдан һуң беҙ үҙебеҙ һаҡһыҙлыҡ күрһәтәбеҙҙер.

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас: