Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
29 Ноябрь 2019, 19:15

Ейәнсәрен көсләгән дә... ярлыҡау һорай! Ыстағафирулла!

Башҡортостандың бер районында 65 йәшлек ҡартатай үҙенең ейәнсәрен көсләгән! Был ҡот осҡос енәйәткә уны тимә этәргәндер? Аллам һаҡлаһын! Ул ҡулға алына һәм 14 йылға төрмәгә оҙатыла. Был хәл бәлки, әкренләп онотолор ҙа ине бит. Юҡ шул. Күптән түгел ейәнсәрен көсләүсе үҙе хаҡында белдергән. Нисек? Дауамы беҙҙең сайтта.

Башҡортостандың бер районында 65 йәшлек ҡартатай үҙенең ейәнсәрен көсләгән! Был ҡот осҡос енәйәткә уны тимә этәргәндер? Аллам һаҡлаһын! Ул ҡулға алына һәм 14 йылға төрмәгә оҙатыла. Был хәл бәлки, әкренләп онотолор ҙа ине бит. Юҡ шул. Күптән түгел ейәнсәрен көсләүсе үҙе хаҡында белдергән. Нисек?

Ошо көндәрҙә ул Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссияға мөрәжәғәт итеп, иреккә сығарыуҙы талап иткән. Быға нисек ҡыйыулығы еткәндер! Ярай ҙа әле комиссия уның теләген ҡәнәғәтләндермәгән. Ике йыл эсендә уны туғандары, яҡындары ғәфү итте, тип уйлай микән. Бигерәк тә ейәнсәре.

Тағы ла бер наркотик һатҡан әҙәм дә иреккә сығарыуҙы һорап, мөрәжәғәт иткән. Комиссия уның да теләген ҡәнәғәтләндермәгән. "Аҡ үлем" таратыусының да урыны - төрмәлә!

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ярлыҡау мәсьәләләре буйынса комиссия быйыл 65 ғаризаны ҡараған. Ҡурҡыныс аҙымға барыусыларҙың енәйәттәре күренеп торһа ла, комиссия бар эштең нескәлектәрен тағы ла бер тапҡыр өйрәнә, енәйәтселәр менән осраша. Шул уҡ ваҡытта зыян күреүселәрҙең дә фекерен өйрәнә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Читайте нас: