Аноним хаттың юридик көсө юҡТағы бер авторыбыҙҙың аҙарыныуын һәм күҙ йәштәрен килтереп китәйек. “Ғүмер буйы медицина өлкәһендә эшләнем. Тырышып эшләнем, сөнки эшемде яраттым, ауырыуҙарым әле лә килеп рәхмәттәр әйтеп китә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләргә көсөм дә, теләгем дә, һаулығым да бар ине. Тик мине саҡыртып алып: “Һинең өҫтөңдән ялыуҙар күп. Эштән китәһең инде”,-тип бер нисә хат бирҙеләр. Унда яҙылған әшәкелектәр! Минең нисек донъяға килгәнемде генә тикшермәгәндәр. Был бысраҡтан ҡойолоп төштөм дә, ғариза яҙып, эштән киттем. Хәҙер уйлайым: һуң ул хаттарҙың береһенең дә авторы юҡ ине бит! Коллектив та аноним хаттарҙа яҙылған бер насар сифат та миңә хас түгел икәнен белә ине. Ә мин ҡыҙыу ҡанлылыҡ менән эштән киттем. Үкендерә...”Автор бушҡа үкенмәй. Сөнки аноним хаттар – эштән китергә мәжбүр итеүгә сәбәп була алмай. 59-сы һанлы Федераль законға ярашлы (02.05.2006 йылда ҡабул ителгән; 03.11.2015 йылда өҫтәп редакторланған), аноним хаттар ҡаралырға тейеш түгел һәм уларҙың юридик көсө юҡ. Эш биреүселәр был закон менән яҡшы таныш, шуға күрә аноним хат нигеҙендә кешене эшенән бушата алмай. Быны хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Етәксенең хеҙмәткәрҙе саҡыртып, аноним хатты тикшереүе лә Федераль законды боҙа. Шуға күрә кемдеңдер хаслығы арҡаһында эшемде юғалтам икән, тип борсолмағыҙ. Бынан тыш яуыз ниәтлеләр икенсе кешенең исем-шәрифен ҡуйып яҙып маташа икән, авторҙың ялған булыуы тиҙ арала билдәләнә һәм хат барыбер аноним хаттар рәтенә инә. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ауыр һәм үтә ауыр енәйәттәр, терракттар тураһындағы мәғлүмәттәр, хаттар аноним булһа ла, тикшерелә.
Алдыҡтың бото ҡыҫҡа!Аноним хаттарҙың авторын белеү ваҡытты талап итһә лә, теләгегеҙ булһа, быны ла эшләргә мөмкин. Әгәр хат электрон почта аша ебәрелгән икән, үрҙә әйтеп кителгәнсә компьютерҙың уникаль IP адресы аша аноним бик еңел табыла. Әгәр хат күптәр ҡулланған компьютер үҙәктәрҙән (почта, кафе, бар һ.б.) ебәрелгән икән, ундай ерҙәрҙә видеокүҙәтеү урынлаштырылған. Хаттың авторын билдәләү өсөн ҡул яҙыуҙың экспертизаһы бар. Әгәр уның эстәлеге компьютерҙа баҫылған икән, конверт тышында ул барыбер ҡулдан яҙыла. Яуыз ниәтле кешегә ҡултамғаһын үҙгәртергә маташыу ҙа ярҙам итмәйәсәк - экспертиза барыбер авторлыҡты билдәләйәсәк. Әгәр ҙә инде ул адресты икенсе кешенән яҙҙырған икән, енәйәт юлы барыбер уға килтереп сығарасаҡ. Хәҙерге замандың тағы бер уникаль алымы – хаттың стиле буйынса авторҙы билдәләү. Сөнки һәр кемдең бармаҡ, табан эҙҙәре булған кеүек, һәр кешенең үҙенә генә хас, әммә үҙенә беленмәгән яҙыу стиле бар. Шуға күрә аноним автор һүҙҙәрҙе үҙгәртеп, болғап, хаталы йәки икенсе телдә яҙып маташһа ла, үҙенең яҙыу эҙен йәшерә алмаясаҡ. Шуға күрә һеҙгә килгән аноним хаттарҙы хоҡуҡ һаҡсыларына алып барып, һеҙҙе ҡаҡшатҡан кешене билдәләп, уны язаға тарттырыуҙы һорап ғариза яҙырға кәрәк.
Бысрағы үҙенә ҡалһынЭйе, аноним хаттар – ауыр күңел яралары ҡалдыра. Сөнки үҙенең билдәһеҙлеге менән файҙаланған кеше бысраҡты йәлләмәй, иң әшәке һүҙҙәрҙе яуҙыра. Әгәр бындай хаттар туҡтауһыҙ килә икән, асып та ҡарамағыҙ, ташлағыҙ. Аноним шылтыратыуҙарҙы ла ҡабул итмәгеҙ. Бар бысраҡ шул ҡара яуҙырған кешенең үҙенә ҡалһын әйҙә. Әгәр хат һеҙҙең етәкселеккә ебәрелә икән, һеҙҙе Федераль закон яҡлағанын онотмағыҙ. Унан тыш, аҡыллы эш биреүселәр аноним хаттар артында ҡурҡаҡ, имәнес йәнле бәндә торғанын яҡшы аңлай һәм, ғәҙәттә, бындай хаттарға улар иғтибар ҙа итмәй. Кешегә бысраҡ өйгән кешеләрҙең бәхетһеҙ булыуын онотмағыҙ. Йыш ҡына улар психик яҡтан тотороҡһоҙ була. Бәлки, улар кемгәлер бысраҡ өйөп, уны ыҙалатыуҙан ғына шатлыҡ кисереп йәшәйҙер. Уйлап ҡарағанда, ошо әшәкелектән башҡа ҡыуанысы булмаған кешеләр йәлләүгә мохтаж бит. Тирә-яҡтағы матурлыҡҡа, хозурлыҡҡа һоҡланығыҙ, Аллаһы Тәғәләгә һыйынығыҙ. Сөнки кешегә яла яғыусылар, уларҙың күңелен рәнйетеүселәр һәр диндә лә иң гонаһлы булып һанала. Аноним хат өсөн бер ҡасан да, бер кем алдында ла аҡланмағыҙ. Һеҙ үҙегеҙҙе – үҙегеҙ беләһегеҙ, ә кемдеңдер ауырыу фантазияһы өсөн яуап тотмайһығыҙ.Ғәҙәттә, көслө, сағыу һәм бар өлкәлә уңыштар яулаған кешеләр көнсөлдәрҙең иғтибар үҙәгендә була һәм һәр заманда нәҡ шундай шәхестәргә ҡара яғырға тырышалар. Шуға күрә, ҡыуанығыҙ – тимәк, һеҙ уңышлы кешеләр рәтенә инәһегеҙ. Аноним хаттың авторы билдәләнеү менән иң “ҡыҙығы” башлана. Ғәҙәттә, киләсәген уйлаған кешеләр шунда уҡ аҡылына килә һәм ғаризаны алыуығыҙҙы ялбара башлай. Сөнки уға енәйәт эше асыласаҡ һәм уның енәйәт ҡылыуы Эске эштәр министрлығының базаһында мәңгелеккә һаҡланасаҡ. Уйлап ҡарағыҙ, ул үҙенә генә түгел, ә балаларына, ейәндәренә, бүләләренә, туғандарына ҡайһы бер юғары, хәрби, юридик һ.б. мөһим структураларҙа уҡыу, эшләүгә юлын ғүмерлеккә ябасаҡ. Көнсөллөк, күрә алмау, күңелдә кер тотоу тотош нәҫелдең киләсәгенә ҡара яғыуы ҡот осҡос күренеш бит. Яла яғыусыны ғәфү итергәме – юҡмы икәнлеген һәр кем үҙе хәл итә. Әлбиттә, уларҙың кимәленә төшөп, ҡәҙерле ваҡытыңды әрәм итеп йөрөгө лә килмәй. Әммә ҡайһы саҡта оятһыҙлығы һәм әшәкелеге хаттин ашҡан кешеләрҙе аҡылға ултыртырға кәрәктер. Ҡайһы саҡта изгелеккә лә көслө йоҙроҡтарын күрһәтеп алыу мөһим. Ә инде ошондай яуыз ниәтле кешеләрҙең әшәкелеге арҡаһында, быуыны нығынып етмәгән балалар, нескә күңелле йәштәр зыян күрһә, был ямандарҙы булған бар закон буйынса хөкөм итергә кәрәк.Кемделер ағыулы һүҙҙәр менән сағыр алдынан, тормоштоң иҫ киткес матур, әммә ғүмеребеҙҙең бигерәк ҡыҫҡа икәнлеген хәтеренә төшөрһә ине бәғзеләр...