Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
14 Май 2019, 17:22

Балағыҙҙы һаҡлағыҙ! Урлайҙар!

– Алина, һине атайың саҡыра. Әйҙә алып барам, – тип ҡалалағы Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында уйнап йөрөгән 5 йәшлек ҡыҙсыҡҡа мөрәжәғәт иттем. Ул бер аҙ икеләнеп торғандан һуң мине етәкләп үк алды. Йөрәгем “жыу” итеп ҡалды. Мин бит уға бөтөнләй таныш булмаған кеше. Беҙҙән алыҫ булмаған ерҙә йәшенеп, ҡарап торған Алинаның атаһы менән әсәһенә ҡул болғаным. Ҡото алынған әсәһе йүгереп килеп ҡыҙын ҡосағына алды. Атаһы ла шундай уҡ хәлдә ине.

Кескәйҙәрҙе һынап ҡарау борсоулы уйҙарға һалды


– Алина, һине атайың саҡыра. Әйҙә алып барам, – тип ҡалалағы Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында уйнап йөрөгән 5 йәшлек ҡыҙсыҡҡа мөрәжәғәт иттем. Ул бер аҙ икеләнеп торғандан һуң мине етәкләп үк алды. Йөрәгем “жыу” итеп ҡалды. Мин бит уға бөтөнләй таныш булмаған кеше. Беҙҙән алыҫ булмаған ерҙә йәшенеп, ҡарап торған Алинаның атаһы менән әсәһенә ҡул болғаным. Ҡото алынған әсәһе йүгереп килеп ҡыҙын ҡосағына алды. Атаһы ла шундай уҡ хәлдә ине.

– Бына, ҡыҙығыҙ минең менән барырға риза булды, – тинем уларға ҡарап.

– Алина, һиңә күпме әйтергә була, таныш булмаған кешеләргә эйәрмә, улар менән һөйләшмә тип, – тип ата-әсәһе уға нәсихәттәрен теҙҙе.

– Ул яҡшы апай ҙа инде, – тип бәләкәс эскерһеҙ күҙҙәре менән миңә баҡты.


Интернет селтәрендә, киң матбуғат сараларында кеше юғалыуы тураһында белдереүҙәр күп булмаһа ла, донъя күреп тора. Улар араһында балаларҙың булыуы икеләтә аяныслы. Баймаҡта ла кешеләр юғалған осраҡтар бар. Алда – йәйге каникул. Балалар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен беләме? Уларҙы үтәйҙәрме? Ата-әсәләр балаларынан хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеүҙе талап итәме? Ә үҙҙәре уның өсөн ниндәй сара күрә? Шуны асыҡлау маҡсатында Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы Фәрит Моратов, патруль-пост хеҙмәте хеҙмәткәре Дамир Сәғитов менән берлектә ҡалала рейд ойошторҙоҡ. Уның һөҙөмтәһе уйландырырлыҡ.

Салауат Юлаев паркы

Бында һәр ваҡыттағыса бик йәнле. Бәләкәстәрен уйнатырға алып килгән ата-әсәләр ҙә, ҙурыраҡ үҫмерҙәр ҙә күп. Ситтән генә ҡарап тороп үҙебеҙгә “ҡорбан” эҙләйбеҙ. Бына бер атай эскәмйәлә рәхәтләнеп телефоны менән булыша. Улы велосипедта йөрөй. Ваҡыты-ваҡыты менән алыҫҡараҡ китеп тә ала. Фәрит Моратов менән атай кешегә барып хәлде аңлаттыҡ. Бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, беҙҙең экспериментта ҡатнашырға риза булды. Уны алыҫҡараҡ алып китеп, ситтән генә күҙәтә башланыҡ. Дамир Сәғитов малайҙың эргәһенә барып, атайың ҡайтабыҙ, һине машинаға килһен, тип әйтергә ҡушты, тине. Ышанды, малай. Велосипедын этеп, уны машинабыҙҙың эргәһенә алып килдек. “Атайың һеҙҙең өйгә бара торорға ҡушты, үҙе магазинға тәмлекәстәр алырға китте, әйҙә ултыр”, – тип машинаның ишеген астым. Бер ниндәй хәүеф тоймаған балаҡай инде лә ултырҙы. Беҙҙең урында насар уйлы әҙәм булһа, ул ысынында ла ҡорбанға әйләнер ине. Малайҙы атаһының ҡулына етәкләтеп, бер аҙ әңгәмәләшеп алдыҡ.

– Әйтеп торабыҙ инде, сит кешеләргә эйәрмә, тип, аңлаған һымаҡ та ине, – тине атай кеше борсолоп. – Бөгөнгө хәл беҙҙең етәрлек эшләмәгәнде күрһәтте.

– Ә һеҙҙең өйҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәләме?

– Тейешле кимәлдә түгелдер, моғайын. Сүп-сарҙы ла ихата алдында яндырабыҙ.

– Ә өйөгөҙҙә янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма бармы?

– Юҡ. Ә бына хәҙер алырға кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килеп торам. Артабан беҙҙең иғтибарҙы велосипедта йөрөгән 5 малай йәлеп итте. Береһе олораҡ, ҡалғандары бәләкәсерәк.

– Ниндәй мәктәптә уҡыйһығыҙ?

– 3-сө мәктәптә.

– Ә ҡайҙа ул мәктәп? Беҙҙе алып барып күрһәтегеҙ әле.

– Ә һеҙ кем?

– Бына ситтән килдек тә, 3-сө мәктәпте эҙләйбеҙ. Бына беҙҙең полиция хеҙмәткәре тигән таныҡлыҡ, күкрәк билдәһе.

– Ысынға оҡшаған былай, – тип улар таныҡлыҡҡа текләп-текләп алды.

– Әйҙә, кемегеҙ ҡыйыуыраҡ? Машинаға ултырығыҙ ҙа, алып барығыҙ беҙҙе.

Уларҙың береһе “юҡ” тиһә, икенсеһе “әйҙә” тип тартҡылыша башланы. Олорағы велосипедын машинаға яҡын уҡ килтереп ҡуйып, беҙҙең менән барырға ризалығын белдерҙе. Ҡалғандары ла ыңғайланы.

– Ә ни өсөн һеҙ беҙгә ышандығыҙ?

– Һеҙ полиция ла инде, таныҡлығығыҙ ҙа бар.

– Бындай форманы ла, ялған таныҡлыҡты ла бөгөн бөтә ерҙә лә алып була.

– Сит кешеләрҙең машинаһына ултырырға ярамағанын беләһегеҙме? Ата-әсәйҙәрегеҙ, уҡытыусылар өйрәтәме?

– Эйе, беләбеҙ, – тине улар бергәләп.

– Ул сағында ни өсөн беҙҙең менән барырға риза булдығыҙ?

Малайҙар уйға батты. Үҙен Вадим тип танытҡаны беҙҙең машинаға инеп ултырғанына ҡарап: “Һин иң ҙуры, ҡайҙа алып китеп бараһың беҙҙе?” – тине үпкәләп. Малайҙарҙы тағы ла бер тапҡыр хәүефһеҙлек талаптары тураһында иҫкәртеп, туңдырма, шоколадтар таратып хушлаштыҡ.

Артабан беҙ машинала урамдар буйлап үттек. Алда тағы ла велосипедта ике үҫмер күренде. 1-се мәктәптең ҡайҙалығын һорашып, беҙҙе унда алып барыуҙарын үтендек. Нисек кенә үтенмәйек, улар машинаға ултырыуҙан баш тартты. “Әйҙәгеҙ, һеҙҙе велосипедта ғына оҙатайыҡ”, – тинеләр. Шундай уяулыҡ күрһәтеүҙәре, аҡыллы булыуҙары өсөн маҡтап, ҡулдарына туңдырма тоттороп, киләһе “ҡорбан”ды эҙләп киттек.

Беҙ 4-се мәктәп эргәһендә. Дәрестәр бөткән ваҡыт. Ата-әсәләренең килеп алғандарын көтөп торған уҡыусыларға “күҙ төштө”. Машина ишеген асып, “яңылыш” ҡына ҡулымдағы китап, блокноттарымды ергә төшөрөп ебәрҙем. Миңә яҡын торған ике ҡыҙыҡайҙан ярҙам һораным, йәнәһе лә ҡулым буш түгел. Бер ниндәй хәүеф һиҙмәгән балаҡайҙар, шунда уҡ ерҙә ятҡан китаптарымды йыйырға тотондо. Машинала минән тыш тағы ла ике кешенең ултырыуына ҡарамаҫтан, фәҡәт уларҙан ярҙам һорауыма ла ғәжәпләнмәнеләр. Ишетеп-белеүебеҙсә, насар уйлы әҙәмдәрҙең бер алымы – машинанан төшөп ҡасҡан йә бесәй, йә эт балаһын тотошоп биреүҙә “ярҙам һорау”. Уларҙың башҡа төрлө ысулдары булыуы ла ихтимал. Ҡорбандары эргәләренә яҡынайыу менән машинаға һөйрәп индереп ултырталар ҙа урлайҙар. Ҡыҙҙарҙың ярҙамға килеүҙәренә рәхмәт белдереп, әңгәмәләшеп алдыҡ.

– Һеҙҙән таныш булмаған кешеләр ярҙам һораны икән, ти. Нимә эшләр инегеҙ?

– Ярҙам итер инек.

– Ә улар насар уйлы кеше булып сыҡһа? Һеҙ уларҙың эргәһенә килеү менән машинаға һөйрәп индереп ултыртып урлаһалар?

– Ҡотҡарығыҙ, тип ҡысҡырыр инек...

Эй, ғәмһеҙ балалар... Бындай осраҡта, ауыҙ асырға ла мөмкин булмаясағын аңлап етмәйҙәр шул. Шунлыҡтан ярҙамға саҡыралар икән, тәүҙә уларға ысынында ла ярҙам талап ителәме икәненә инанырға кәрәк. Ә инде әллә ҡайҙа сабып сығып киткән бесәй, эт балаларын тотоу бик тә икеле.

Ҡыҙҙар киткәс, мәктәп ҡапҡаһы янына барып, шоколад тарата башланыҡ. Уҡыусылар беҙгә ғәжәпләнеп ҡараһа ла, бушлай килгән тәмлекәстән баш тартманылар. Берҙе алып киткәс тә, кире әйләнеп килеп, тағы ла һорап алыусылар булды. Беҙ магазиндан һатып алынған таҙа шоколадтар тараттыҡ. Ә шул уҡ ваҡытта наркотик матдәләр ҡушылған “тәмлекәстәр” таратыусылар ҙа бар икәнлеге ишетелә. Артабан Баймаҡтан Йылайырға киткән трасса буйында урынлашҡан “Көньяҡ” кемпингы ҡаршыһындағы туҡталҡаға килеп туҡтаныҡ. Ғәҙәттә, бында үҙҙәренә кәрәк яҡҡа үткенсе машиналарҙы көтөп тораусылар йыйыла. Ҡул күтәргәстәр, беҙ ҙә барып туҡтаныҡ. Бер ҡатын ҡыҙы менән Йомашҡа ҡайтып етергә кәрәклеген белдерҙе. Ә беҙҙә бер генә урын булып сыҡты. ”Ул сағында ҡыҙымды алһағыҙ, үҙемә берәй нәмә килеп сығыр әле, көтәйем”, – тип беҙҙе ғәжәпкә ҡалдырҙы. Бына һиңә әсәй! Күҙҙәре баҙлап янып торған матур ғына ҡыҙ балаһын бөтөнләй таныш булмаған сит кешеләргә ултыртып ебәрергә риза булып торған әсә янына сығып уҡ баҫтым.

– Бәлки, мин ҡыҙығыҙҙы урларға йыйынамдыр, аҙаҡ уны эҙләп тә таба алмаясаҡһығыҙ бит, – тинем уға ҡарап.

Шунда ғына ул уянып киткәндәй булып, ҡыҙын етәкләп алды:

– Ниңә полиция ла кеше урлаймы ни?

– Апай, һеҙ оло кеше лә инде, полиция формаһын бөгөн һатып алыуы ауыр түгел. Уны кейгән бөтә кеше лә ышаныслы, тип уйлайһығыҙмы ни? Ҡыҙығыҙ һеҙгә ҡарап тәрбиә аласаҡ бит.

– Эшебеҙ иртәрәк бөткәс, ҡайта торайыҡ тигәйнем шул. Автобусты көтөүе оҙаҡ.

– Ә һеҙ беләһегеҙме, күпме кеше шулай эҙһеҙ юғала?

– Һеҙ мине бөтөнләй ҡурҡытып бөттөгөҙ. Вокзалға алып барып ҡына ташлағыҙ инде беҙҙе, – тип апайыбыҙ рөхсәт тә һорап тормай, машинаға инеп үк ултырҙы.

Вокзалда иһә һәр ваҡыттағыса кеше күп. Уларҙы ҡарауыллап торған таксистар ҙа бихисап. Яҡынлаған һәр кешегә улар: “Сибайға барабыҙмы? Кем Сибайға? Әйҙәгеҙ, Сибайға!” – тип бәйләнә. Ярай ҙа улар ышаныслы кеше булһа, ә булмаһа?.. Уйлауы ла ҡурҡыныс. Әйткәндәй, тап шундай күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн вокзалда осраҡлы кешеләрҙең машиналарына ултырмаҫҡа өндәгән белдереү яңғырай. Был уларҙың конкуренттарҙан клиенттарҙы тартып алыу маҡсатында түгел, ә ысынында ла халыҡты уяулыҡҡа саҡырыуы тип дөрөҫ аңларға кәрәк.

Рейд беҙгә нимә бирҙе?

Халыҡ беҙҙә таныштарына ғына түгел, ә сит кешеләргә лә ышаныс белдереүе асыҡланды. Ҡайһы бер осраҡта уларға үҙҙәренә ышанған һымаҡ ҡарай. Ни тиһәң дә беҙҙә халыҡ ихлас шул. Рейд барышында шулай уҡ балаларҙы ла урлауы бер ни тормай икәнлеге асыҡланды. Быныһы инде иң ҡурҡынысы.

Күптән түгел “Рәсәй-1” каналының “Яңылыҡтар” тапшырыуында Рәсәй сигендә 260 урланған баланы ҡотҡарыуҙары хаҡында яңылыҡ булғайны. Уларҙың барыһы ла донорлыҡҡа һатылған булған. Йәғни, балаҡайҙарҙы үлтереп, ағзаларын башҡаларға күсереп ултыртырға йыйынғандар...
Читайте нас: