Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
6 Февраль 2019, 14:44
Һаҡ булығыҙ: интернет енәйәтселәре!
Һуңғы йылдарҙа интернет аша мутлыҡ осраҡтары күбәйеп китте. Интернет енәйәтселәренең тоҙағына нисек эләкмәҫкә? Был турала сайттан уҡып белә алаһығыҙ.
Социаль селтәрҙәр беҙҙең тормошобоҙға ныҡлап үтеп инде. Уның аша беҙ дуҫтарыбыҙ менән аралашабыҙ, фотоһүрәттәр ебәрәбеҙ, төрлө фекерҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Үкенескә ҡаршы, еңел юл менән аҡса эшләргә ниәт итеүселәр ҙә социаль селтәрҙәрҙе үҙ итеп алды. Улар үҙенең ҡара уйын ошо интернет аша тормошҡа ашыра башланы. Был кешеләр бик хәйләкәр һәм уйлап эш итә. Шуға күрә һеҙ үҙегеҙҙең еңел генә ҡорбанға әүерелеүегеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалыуығыҙ бар. нисек эш итә һуң интернет енәйәтселәре?
Беренсенән, һеҙҙең “Бәйләнештә”, “Класташтар” селтәрендәге сәхифәгеҙҙе боҙоп инеү. Мәҫәлән, һеҙгә дуҫығыҙҙан смс килеп төшә: “Миңә ашығыс рәүештә аҡса кәрәк ине. Минең иҫәпкә күсер әле”. Һеҙ уйламай ҙа дуҫығыҙға ярҙам итәһегеҙ. Ә һуңынан дуҫ кешегеҙҙең паролен боҙоп, уның сәхифәһенә инеп, бар дуҫтарынан аҡса һорауҙары асыҡлана. Шуға күрә бындай осраҡта танышығыҙға шылтыратып, нимә булғанын, ни өсөн ярҙам һорауын асыҡлағыҙ.
Икенсенән, һеҙ социаль селтәрҙәр аша ниндәйҙер әйбер һатыу тураһында иғлан бирҙегеҙ, ти. Һеҙгә бер кеше смс ебәреп, картағыҙҙың һандарын, уның тотонолоу ваҡытын, тулы исем-шәрифегеҙҙе һорай һәм шунда уҡ бар аҡсаны күсерергә вәғәҙә бирә. Берүк алданмағыҙ! Һеҙ картағыҙҙың мәғлүмәтен биреү менән, енәйәтсе карталағы бар аҡсағыҙҙы үҙенә күсерәсәк һәм юҡҡа сығасаҡ.
Үкенескә ҡаршы, интернет енәйәтселәренең ҡорбанына әүерелгән кешеләр әленәнәле осрап тора. Шуға күрә шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе бер кемгә лә бирмәгеҙ, ҙур аҡса вәғәҙә иткән кешеләргә ышанмағыҙ! Балаларығыҙҙы ла социаль селтәрҙәрҙә һаҡ эш итергә өйрәтегеҙ.
Г. Юлдыбаев, Баймаҡ эске эштәр бүлегенең оперуполномоченныйы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы