Заһит Марсель улы Мөжәүиров үҙ өлкәһендәге бар һорауҙарға еңел һәм ябай халыҡ телендә яуап биреүе менән һоҡландыра. Үҙ-үҙенә талапсан егет белемен камиллаштырыу өҫтөндә даими эшләй, хатта яратҡан китабы ниндәй булыуы тураһында һорағас, уйынлы-ысынлы итеп: “РФ Енәйәт Кодексы инде”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Тынғыһыҙ заманда кемдеңдер хоҡуғын һаҡларға йөрьәт итеү ҙур батырлыҡты ла талап итәлер. Был хаҡта һүҙ ҡуҙғатҡас, Заһит Марсель улы: “Мин үҙемде һәр саҡ адвокат итеп кенә күҙ алдына килтерә инем. Әсәйем дә, ағайым да юрист. Шуға күрә һөнәр алыу буйынса һис икеләнмәй юридик факультетҡа уҡырға индем. Минән һуң һеңлем дә юрист һөнәрен үҙләштерҙе”, – тине.
Эйе, малай ағаһы менән әсәләре – Әлифә Варис ҡыҙы оҙайлы һәм намыҫлы эшләгән Баймаҡ районы судында йыш була. Кеше яҙмыштары хәл ителгән мәшәҡәтле, яуаплы, тынғыһыҙ, алһыҙ-ялһыҙ эште яҡшы күреп үҫә улар. Был да малайҙарҙың буласаҡ һөнәрен һайлауҙарына тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Ғаилә был хаҡта һүҙ ҡуҙғатырға яратмаһа ла, уларҙың данлыҡлы Мөжәүир хәҙрәт тоҡомонан булыуы ла төрлө уйҙарға килтерә. Көслө дин әһеленең нахаҡҡа хөкөм ителеп, төрмәгә ябылып, власть кешеләренән күп йәбер күреүе лә билдәле. Тарих төпкөлөндә ҡалған тетрәндергес был ваҡиға ла Заһит Марсель улының адвокат булып китеүенә булышлыҡ иткәндер тигән уйҙамын.
Заһит Марсель улы студент йылдарында уҡ практиканы район судында, ә юғары курстарҙа тикшереү бүлегендә үтә. Ватанды һаҡлау бурысын үтәгәс, суд приставтары хеҙмәтендә дознаватель булып тырышып эшләй. Әммә һәр саҡ уның йөрәгендә адвокат булыу хыялы яна. Һәм 2016 йылда, нәҡ Рәсәй адвокаттарының һөнәри байрамы көнөндә – 31 майҙа Заһит Марсель улы яратҡан эшенә тотона. “Хәҙер кешеләр үҙ хоҡуҡтарын ниндәйҙер кимәлдә белә башланы. Шулай ҙа хоҡуҡ органдарына дәғүә ҡағыҙҙарын, ғаризаларҙы йыш ҡына дөрөҫ яҙмайҙар. Ә был рәсми документ – ул үҙ көсөнә инһен өсөн мотлаҡ хатаһыҙ яҙылырға тейеш. Шундай саҡта адвокат ярҙамға килә лә инде”, – ти ул.
Һәр кемгә ярҙам итергә ынтылған йәш адвокат эште судта ике яҡты яраштырыу менән тамамларға тырыша. Был ғәйепләнеүсене “хөкөм ителгән” тигән мөһөрҙән ҡотҡарыуы ихтимал. “Дүрт аяҡлы ат та абына, ә кешегә ни ҡала инде? Тәүге мәртәбә хоҡуҡ боҙған йәки барыһы ла осраҡлы килеп сыҡҡан хәлдәр ҙә бар бит. Мәҫәлән, бер иҫерек урамда йорто янында эш эшләп йөрөгән кешегә барып бәйләнеп аптырата. Теге бер нисә мәртәбә тегенең туҡтауын талап итә, әммә эскән кеше үҙенекен ҡуймай. Ир түҙмәй тегене һуғып ебәрә. Ә теге шунда уҡ барып уның өҫтөнән ғариза яҙа. Бына шундай хәлдәр ҙә булып ҡуя. Беҙҙең район-ҡалала енәйәттәр араһынан иң күп таралғаны – урлыҡ. Кемдер ошо алама ғәҙәтен йәшәү мәғәнәһе итеп алһа, бәғзеләр урлыҡҡа барырға мәжбүр булыуын да онотмайыҡ. Мин һәр яҡлаясаҡ кешем менән иң тәүҙә үҙем генә һөйләшеп алам. Дөрөҫөн әйткәндә, кешенең ҡараш-йөҙөнән үк уның хоҡуҡ боҙоуы осраҡлымы йәки уның быға ғәҙәтләнеп киткәнме икәнлеген әйтергә була”, – тип һөйләй Заһит Марсель улы эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып.
Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар коллегияһының Баймаҡ ҡала филиалында ал-ял белмәй эшләгән йәш адвокат Өфөлә йыш үткәрелгән семинару-ҡыуҙарҙа һөнәрен камиллаштыра. Бында БР Юғары судтың хөкөмдарҙары, билдәле адвокаттар уларға эш серҙәрен өйрәтә. Хатта телмәр тотоу буйынса ла һабаҡтар алалар. Заһит Марсель улы һәр саҡ уларҙы уҡытҡан-өйрәткән, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы президенты Б.Г. Йомадилов һәм Рәсәй Юристар ассоциацияһының БР буйынса Йәш юристар советы рәйесе Д.Б. Йомадиловҡа бик тә рәхмәтле.
“Кемделер үлтергән йәки шуның кеүек бик ҡурҡыныс эш ҡылған енәйәтсене яҡлар инегеҙме?” – тип һорайым йәш адвокаттан. Ул: “Мин адвокат антын биргән кеше. Ул антҡа ярашлы беҙ кешенең ниндәй енәйәт ҡылыуына ҡарамаҫтан, уны яҡларға тейешбеҙ. Әлегә мин ауыр енәйәт эштәренә тотонғаным юҡ. Бының өсөн тәжрибә тупларға, унан бигерәк кеше психологияһының бар нескәлектәрен өйрәнергә кәрәктер. Адвокат һәр кемде аңлай һәм яҡлай белергә тейеш. Ә бының өсөн үҙеңдең күңел торошоңдо ла үҙгәртергә, йөрәгең ҡабул итмәгәнде – аңың менән ҡабул итергә өйрәнергә кәрәк. Әлегә ике йыл эшләү дәүерендә мин был аҙымға килеп етмәнем әле. Шулай ҙа киләсәктә һәр эшкә лә тотонормон тигән ышаныстамын”, – тип яуап бирҙе Рәсәй Юристар ассоциа цияһының БР буйынса Йәш юристар советы ағзаһы ла булған Заһит Марсель улы. Шуны ла өҫтәп китергә кәрәк: З.М. Мөжәүиров һәр саҡ ярҙам итергә әҙер. Уның менән бәйләнеш телефондары: 8 965 656 78 77, 8 987 02 08 171.
Ҡарашы үҙ-үҙенә ышаныс менән янған Заһит Марсель улы Мөжәүировтың киләсәктә танылған адвокат булып китәсәгендә һис шигем юҡ. Ғөмүмән, йәштәр ҙур ҡалаларға, сит илдәргә китергә ашыҡҡанда, Заһит Марсель улының тыуған ҡалаһында йәшәргә, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә хыялланыуы ла маҡтауға лайыҡ. Эйе, уның маҡсаты – граждандарға сифатлы хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү, юлдан яҙғандарға өмөт бүләк итеү. Йәш адвокаттың изге уй-ниәттәре һәр саҡ тормошҡа ашыуын теләйек.