Һаҡмар
+10 °С
Облачно
Антитеррор
Хоҡуҡ һаҡлау
10 Июня 2018, 18:58

Көлөргә ашыҡма!

Баймаҡ районы прокуратураһы Һамар өлкәһендә йәшәүсенең ялыуы буйынса тикшереү үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һөҙөмтәлә Баймаҡта йәшәгән 31 йәштәге ирҙең Һамар өлкәһе гражданының “YouTube” шәхси интернет каналында алып барған видеороликтарын “Бәйләнештә” каналы аша мыҫҡыл итеүе асыҡланды. Ул бының өсөн махсус төркөм төҙөй, унда 99 ҡатнашыусы була. Артабан Баймаҡ кешеһе Һамар өлкәһендә йәшәүсенең интернеттағы һәр видеоролигы аҫтына мыҫҡыллы комментарийҙар ебәреүен дауам итә.

Район прокуроры Баймаҡ гражданына ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.61-се статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы эш ҡуҙғатты. Кешеләрҙән көлөргә яратыусыны алда суд көтә.

Т. Йәнбәков, район прокуроры ярҙамсыһы.