Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
21 Апрель 2018, 16:57

Һеҙ приз оттоғоҙ

Йылдан-йыл мутлашыусылар халыҡтың аҡсаһын талап алыуҙың яңы ысулын уйлап таба. Улар тоҙағына эләкмәҫ өсөн бер нисә ябай, ләкин мөһим ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ.

Һеҙ приз оттоғоҙ!

Йылдан-йыл мутлашыусылар халыҡтың аҡсаһын талап алыуҙың яңы ысулын уйлап таба. Улар тоҙағына эләкмәҫ өсөн бер нисә ябай, ләкин мөһим ҡағиҙәләрҙе белеү мотлаҡ.
Телефонға приз отоуығыҙ тураһында СМС-хәбәр килде икән, ти. Законлы рәүештә ойошторолған уйындарға аҡса түләргә кәрәкмәй. “Банк картағыҙ блокировкаланған, уны сисер өсөн ошо-ошо номерға шылтыратығыҙ йәки СМС-хәбәр ебәрегеҙ”, тигәндәренә лә ышанмағыҙ.
Әгәр ҙә телефондан шылтыратып, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ бәләгә тарыны, тиҙ арала аҡса ебәрергә, йәки ишек алдында көтөп торған кешегә бирергә кәрәклеге хаҡында хәбәр итһәләр, шунда уҡ туғанығыҙға шылтыратып хәлен белешергә кәрәк! Үҙҙәрен халыҡты социаль яҡлау үҙәгенән йәки икенсе бер ойошманан тип танытһалар, нимә эшләргә? Был осраҡта улар атаған ойошмаға шылтыратып, шундай кешенең барлығын, уны ни өсөн ебәргәндәрен белешегеҙ. Таныш булмаған кешеләргә аҡса, ҡиммәтле әйберҙәрегеҙҙе бирергә тырышмағыҙ. Әгәр ҙә өйгә килеп ингәндәр икән, уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Бер стакан һыу һорап, һеҙҙе аш-һыу бүлмәһенә ебәргән ваҡыт эсендә лә аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал. Төрлө дарыуҙар, витаминдар (БАД) һатыу һылтауы менән килһәләр ҙә уяулыҡты юғалтмағыҙ. Ундай препараттар бары тик махсуслашҡан дарыуханаларҙа ғына һатыла.
Таныш булмаған кешеләр аҡса ваҡлатырға һораһалар ҙа ярҙам итергә ашыҡмағыҙ – ялған аҡса биреүҙәре ихтимал. Расписка яҙып, үтескә аҡса һораусыларға ла ышанмауығыҙ хәйерле.
Әгәр ҙә мутлашыусыларҙың ҡорбанына әйләнһәгеҙ, йәки һеҙгә ҡарата ниндәйҙер ау “ҡоролғанын” һиҙә ҡалһағыҙ, шунда уҡ телефондан “02” һандарын йыйып, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.

Баймаҡ районы буйынса эске эштәр бүлеге.

Читайте нас: