Баймаҡ район суды юл-транспорт ваҡиғаһына ғәйепле кешенән зыян күреүсегә 500 мең һум аҡса түләтеү тураһында ҡарар сығарҙы. Судта билдәләнеүенсә, Сибай ҡалаһында йәшәүсе 55 йәшлек Анатолий Проломов 2016 йылдың авгусында эскән килеш “Шкода YETE” автомобилендә Юлдыбай ауылы йүнәлешендә хәрәкәт итә. Машинала пассажир ҙа була. Водитель транспорт менән идара итә алмай ҡаршы яҡ юлға һәм һулаҡай юл ситенә сыға. Һөҙөмтәлә автомобиль бер нисә тапҡыр түңкәрелеп, юлдан оса. Аварияла пассажир һәләк була.
Транспорт менән эскән килеш идара иткәне, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн Проломовты РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 4-се өлөшө буйынса 3 йылға иркенән мәхрүм итеп, колония-поселениеға ебәрергә тигән хөкөм ҡарары сығарылды. Ул шулай уҡ 2 йыл дауамында транспорт менән идара итеүгә бәйле эшмәкәрлек менән шөғөлләнә алмаясаҡ.
Енәйәт эшен ҡараған ваҡытта район прокуратураһы зыян күреүсе яҡтың ғәйепле кешенән әхлаҡи зыянды түләттереү тураһындағы талабын яҡлап сыҡты. Суд улын юғалтҡан зыян күреүсе яҡтың талабын ҡәнәғәтләндерҙе һәм водителгә 500 мең һум әхлаҡи зыян түләү бурысы һалынды.
Хөкөм ҡарары әле үҙ көсөнә инмәгән.