-10 °С
Болотло
Бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк – үлем ҡурҡынысы менән янаған йоғошло сир. Ул ҡан тамырҙарына, бөйөрҙәргә, үпкәгә һәм башҡа органдарға зыян килтерә. Сир ҡыр кимереүселәренең бүлендектәре аша йоға, йәғни бүлендекле туҙан аша кеше организмына эләгә. Ҡайһы ваҡыт бысраҡ ҡул менән тәмәке тартҡанда һәм ашағанда йәки вирус йөрөткән сысҡан тейгән ризыҡты ҡулланғанда зарарланырға мөмкин. Был сир кешенән кешегә йоҡмай.