Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
19 Ноябрь 2016, 16:38

Рулгә иҫерек тотонһаң...

РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһы буйынса юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙғанда водитель иҫерек булған осраҡта ҡатыраҡ яза ҡаралған.

Водителдең иҫереү кимәлен йәки наркотиктар, психотроп матдәләр йоғонтоһонда булыуын билдәләү өсөн ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре медицина тикшереүен үткәреүҙе талап итә ала. Унан баш тартыу ҙа хоҡуҡ боҙоу булып һанала. Бындай медицина тикшереүе иҫереү кимәлен билдәләүгә (алкоголь, наркотик һ.б.) лицензияһы булған ойошмаларҙа уҙғарыла. Әгәр водитель медицина тикшереүенән баш тартһа, ул РФ Енәйәт Кодексының 264-се статьяһы буйынса транспортты иҫерек килеш йөрөткән булып таныла.

Читайте нас: