Журналист һөнәрен үҙгәртә
Ҡәләмдән дә, көрәктән дә ... аҡса тама
Туғанымдың уйланып ултырып, унан миңә текләп ҡарап: “Нисек инде: һин ғүмер буйы шулай инша яҙасаҡһыңмы? Әле бына нисәмә йыл шулай яҙышып ултыраһың! Был мөмкинме һуң? Ул тиклем һүҙҙәрҙе ҡайҙан алырға? Мәктәптә инша яҙырға ҡушһалар, ыҙа була торғайны”,-тип аптыранғанын хәтеремә төшөрөп, көлөп ҡуям.
Эйе, һәр әҙәм балаһының үҙ яҙмышы, һайлап алған юлы һәм, әлбиттә, ашатҡан-туйҙырған һөнәре. Әгәр эшең күңелеңә ята икән, һин – бәхетле. Эшкә байрамға кеүек үк йөрөмәһәң дә, эстән үҙеңде әрләмәй генә, ыңғай ғына атлап китәһең. Киреһендә инде, һәр эш сәғәте айҙарға һуҙылғандай тойолалыр, тип уйлайым.
Шулай ҙа яратҡан шөғөлөңдө лә аҡсаға әйләндереп була бит. Был йәһәттән район-ҡалабыҙҙағы күп кешеләрҙе миҫалға килтерергә була. Улар төп эшенән тыш, төрлө мауығыуҙарын һумлыҡтарға әйләндерә. Кемдер тиҙерәк байырға теләп шикле пирамидаларға ҡушыла, бәғзеләр сауҙа нөктәһе аса, өсөнсөләре оҫта ҡулдары менән әҙерләнгән эштәрен һата. Йорто янындағы уңышын һатып, яҡшы ғына аҡса эшләүселәр ҙә бар. Һуңғы йылдарҙа йәшелсә, емеш-еләк һатҡан кешеләр бигерәк ҡыҙыҡһындыра ине. Сөнки үҙемде ошо йүнәлештә һынап ҡарағым килә, ә батырсылыҡ етмәй ҙә ҡуя. Тик: “Журналист һөнәрен үҙгәртеп ҡарарға тейеш бит. Килеп сыҡһа ла, сыҡмаһа ла, мауыҡтырғыс яҙма әҙерләргә була”,-тип үҙ-үҙемде тынысландырыуым ғына был эшкә тотонорға йөрьәт иттерҙе.
Шулай итеп, минең баҡсанан аҡса эшләрлек нәмә һәр мөйөштә үҫкән булып сыҡты. Дөрөҫөн әйткәндә, минең өсөн бик тә ҡыйыу булған был аҙымға, рассада һатҡан бер урыҫ инәйе менән һөйләшеп китеү нығыраҡ этәрҙе. “Миңә груша кәрәк ине, ултыртам-ултыртам ниңәлер үҫмәй”,-ти был. “Була ул! Миндә бар. Кем алып ултыртты, барыһы ла һөйөнөп бөтә алмай, яҡшы уңыш бирә, тиҙәр. Һеҙгә лә бирермен”,-тип һөрәнләнем. “Күпмегә һатаһың?”-тигән һорауы аптырауға ҡалдырҙы. “Ниңә уны һатырға? Улар күп итеп килеп сыға ул. Былай бирәм”,-тим. Инәй баш сайҡап: “Һеҙ башҡорттар аҡса эшләй белмәйһегеҙ. Шул үҫентеләрҙе баҙарҙа кәмендә 500 һумға һаталар. Тәрбиәләп үҫтергән ағасыңдан һиңә лә өлөш сығырға тейеш бит. Ниңә уны бушлай таратаһың? Мин, мәҫәлән, рассада үҫтереп, ҡарағат, алма, сейә үҫентеләре һатып, улым һатып алған еңел машинаның яртыһын үҙем түләнем. Ә һин бушлай таратаһың. Улай булмай. Ә күпме көс һалына ул баҡсаға, уның әжерен күрергә тейешһең бит”,-тип әрләгәндәй әйтеп ташланы.
Әжерен күрергә тейешһең... Ошо һүҙҙәрҙе башҡа һалып ҡына йөрөгәнемдә, “Нур” магазинында һатып торған Эльвира һылыу: “Эй, кешеләр йәшел һуған һорай. Әле саҡ үҫеп килә бит, ҡайҙан булһын”,-тип зарланғанын ишеттем. “Ана, миндә урман шикелле шаулап үҫеп ултыра. Ҡайҙа итергә белмәйем”,-тием. “Апай, алып кил, зинһар! Һатып бирәм, һиңә аҡса булыр, кешеләр ҙә ҡыуаныр”,-тине.
Йәшел һуғандарым ысынлап та тиҙ өлгөрә һәм ҙур, ныҡ, тәмле булып үҫә. Бәлки, сорты шулайҙыр, ә, бәлки, сере ҡар араһынан килеп сығыу менән улар менән булыша башлауымдалыр. Таҙартам, төбөн йомшартам, картуф кеүек, күмеп ҡуям. Һөҙөмтәлә апрель аҙағына һуғандар метрға етә яҙа. Шуларҙы ҙур оҙонса ҡумтаға һалып алып, магазинға алып киттем. Бында мине тағы бер асыш көтә ине. Эльвира уларҙы услап бәйләп һатыуға әҙерләргә ҡушты. Икәүләшеп бер бәйләмен 50 һумға һатырға булдыҡ. Мин муллап-муллап бәйләйем дә һалам. Һуғандар осоп бөттө. Эльвира күпме көсләһәм дә үҙенә аҡса алмай, уларҙы миңә тотторҙо. “Мин кешенең үҙ көсө менән үҫтереп алып килгән уңышы өсөн аҡса алмайым. Һатып ҡына бирәм”,-тине ул. Һәм ысынлап та минең ниндәй йәшелсә, емеште һатһа ла, бер ҡасан аҡса алманы. Ә һуғандарҙан бер миҙгелдә 3 мең һум самаһы килде.
Уйламағанда ишек алдыма килеп, бөтнөк (мята) һатыуымды үтенгән ҡатын тағы бер аҡса эшләү юлын эшләргә өйрәтте. Бөтнөктө лә эҙләгән кешеләр күп икән. Хуш еҫле үҫемлекте Эльвира өйрәткәнсә бәйләм-бәйләм әҙерләп, магазинға алып барып ҡуйылды. Бер көн эсендә улары ла осто. Бөтнөктән 4 мең һум тирәһе эшләнде.
Ҡыяр үҫтерергә яратҡанымды таныштарым яҡшы белә. Был йәшелсәне бер нисә йыл февралдә тәҙрә төбөндә үк үҫтереп ҡарағайным. Ғаиләбеҙҙең танһыҡҡа ашауына ярап һәм етеп ҡала ине. Ә бына теплицаға уны апрелдә үк сәсәм. Теплицам йылытылмай. Ҡәҙимге поликарбонаттан эшләнгән. Быйыл май аҙағына беҙ ҡыярҙан туйған инек. Тоҙларыны тоҙланып бөттө. Ә ҡыярҙар үҫә лә үҫә. Тағы Эльвираға әйттем. “Апай, алып кил, һатып бирәм, кешеләрҙең ҡыяры өлгөрмәгән әле”,-тине.
Ҡыярҙарҙы йыйып, һалҡын һыуҙа йыуҙым да (бемәйем, һатырға сығарғанды йыуырға кәрәкме икән), моҡсайҙарға бүлеп-бүлеп һалып Эльвираға төшкөлөккә ҡайтҡанда алып барып бирҙем. Кис магазинға ингәндә ике моҡсай ғына ятып ҡалған ине. “Эльвира, әллә бөттөмө ни?”-тиеп аптырап. “Эйе, апай, “әсеһе лә юҡ, бик тәмле” тип алдылар. Иртән тағы алып кил”,-тине.
Иртәнде көтәмме инде ул! Кискеһен ҡалғанын йыйып, матурлап һалып, тағы Эльвираға алып барҙым.
Һуңынан һанап ҡарағас, шуны белдем: ғаиләбеҙ өсөн тип кенә ултыртҡан бәләкәй теплицалағы ҡыярҙарҙы һатып, туғыҙ мең һумға яҡын аҡса эшләнгән. Ҡыяр уңһын өсөн артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй. Ашламанан тик кесерткәнде генә ҡулланам. Уны әсетәм һәм һыу менән болғатып ҡоям. Был аҙнаһына бер мәртәбә эшләнде. Һәм тик йылы һыу һиптем. Бәлки, шуға улар шулай шашынып уңыш биргәндер.
Баҡсаға күҙ һалһаң, аҡса аяҡ аҫтында туҙырап ята. Әлеге ваҡытта алма, груша күп. Ә күпме сейәне ҡышҡылыҡҡа ҡоштарға тип ҡалдырыла. Әммә уларҙы һатырға ниңәлер уңайһыҙландыра. Башҡорт халҡының ҡанында сауҙалыҡ итеү һәләте юҡ, тип кемдер әйткәйне, күңелемә рәхәт булып ҡалды. Йәнәһе, үҙемә аҡланыу таптым. Эш итеп өлгөрә алмаған алмалар ағастарының төбөндә сереһә “бик шәп, ашлама булыр” тигән булаһың. Әммә күпселегендә кешегә таратып биреп бөтөлә. Кемдер үҙе килеп йыйып ала. Ә бит уйлап ҡараһаң, хәләл көс менән үҫтергән уңышыңды һатыуҙың бер ояты юҡ. Урлап һатмайһың бит, йә кешенән арзан хаҡҡа алып, арттырып тормайһың. Барыһына ла ҡул көсөң һалынған. Шул рәүешле аҡса эшләгән кешеләргә йәрминкәлә һоҡланып ҡарайым. Үҙеңә ҡалһа – бөтөнләй икенсе икән – уңайһыҙ, әллән исек һ.б.
Шул уҡ ваҡытта хәләл көсөң менән үҫтергәнде күпләп бушлай таратырға ярамай, ҡото китә, тигән һүҙҙәрҙе лә ишеткәнем бар. Был фекерҙең әсе хаҡлығын үҙемдә татырға тура килде. Ҡиммәт кенә хаҡҡа биш төп еләк алып ултыртылғайны. Шул еләктәр өс йыл эсендә мул уңыш бирә башланы. Бер ҙур булмаған түтәлдән ике-өс ҙур биҙрә йыйыла ине. Тиҙҙән уларҙы тағы бер түтәлгә шылдырҙым. Уныһы ла шулай ҡотороп уңыш бирә башланы. Эре еләктәрҙе күргән яҡындарым, дуҫтарым, таныштарым беҙҙән еләк алып, үҙҙәренә ултырта башланы. Улар әле лә мул уңыш биргән еләккә һөйөнөп бөтә алмай. Ә миндә улар юҡҡа сыҡты. Күпме генә тырышһам да, үҫтереп булмай. Күрәһең, уйһыҙ-ниһеҙ, һораған бер кешегә таратыуымды еләктәрем “кисерә” алманы. Хатта яңы тупраҡ индереү, икенсе түтәл әҙерләү, ашламалар ҙа ярҙам итә алманы. Бәлки, был шулай тура килгәндер, әммә мин халҡыбыҙҙың “ҡото китә” тигән һүҙҙәренең хаҡлыҡҡа бәрҙергәнен үҙ тәжрибәмдә аңланым.
Шулай ҙа баҡсала эшләү һәм унан ниндәйҙер кимәлдә табыш алыу өсөн бик тырыш булырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ үҙәкте өҙҙө. Өҫтәүенә йортобоҙ тау-ташлы урында ултырыуы баҡсаға йыл да тупраҡ, тиреҫ талап итә. Уныһы йылдан-йыл ҡиммәтләнә. Исмаһам, уңышың менән шул тупраҡ һатып алырға аҡса эшләһәң дә шәп бит. Тағы бер бәлә – ҡоротҡос бөжәктәрҙең күбәйеүе. Уларҙы ла ваҡытында юҡ итер кәрәк. Ә инде иң ҙур бәлә – ялҡаулыҡ. Эштән арып йә һуңлап ҡайтҡан, ятыуҙы ғына уйлаған тәнеңде, аңың менән баҡсаға эткесләп-төрткөсләп сығарыу өсөн дә ваҡыт талап ителә. Ә баҡсала һәр минут, һәр мәл ҡәҙерле. Бер көн сыҡманың – ҡый баҫты, икенсенһендә – ниҙер һулыны, өсөнсөһөндә “әл дә баҡсасы түгел, ә ҡәләм тибрәтеүсемен” тип түтәлдәр яғына ҡарамай ғына, берәй сараға сығып һыпыртаһың.
Бына шулай, журналист һөнәре әлегә миндәге баҡсасыны арҡаһына һалып, “бергә – ноль” иҫәбе менән еңеп тә ҡуйҙы. Бәлки, киләһе яҙ улар тағы бер-береһе менән көрәшеп алыр, ә, бәлки, миндә икенсе һөнәр эйәһе баш ҡалҡытыр. Уныһын инде ваҡыт күрһәтер. Тимәк, һөнәр үҙгәртеүемдең дауамы бар, тип күп нөктә ҡуяйыҡ...
Гүзәл Иҫәнгилдина.