Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ кәсебе
6 Сентябрь 2022, 17:03

Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр

Заман башҡа – заң башҡа, тип белмәй әйтмәйҙәр. Элек әсәй-өләсәйҙәребеҙ ашты ҡаҙан аҫып утта бешергән. Ҡамыр аштарын да шул уҡ мейес еҫен һеңдереп  бешереп алғандар. Бындай ризыҡтың тәме, әлбиттә, бер нәмә менән дә алмаштырғыһыҙ тәмле һәм татлы була. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар йорт усағын һаҡлап өйҙә  генә ултырмайҙар. Ир-аттар менән бер рәттән ғаиләһен туйындырыусы ролен дә үтәйҙәр. Шуға ла күп осраҡта кафеға инеп һатып алырға тура килә. Хәйер,  хәҙер быныһы ла еңелләште. Телефон һандарын йыйып шылтыратыуың йәки сайтҡа заказыңды яҙыуың да етә. Һә, тигәнсе яңы ғына бешкән хуш еҫле  бәлешен дә, контейнерҙа ашын да алып киләләрр. Бөгөн һүҙ шундай туҡландырыу өлкәһендә эшләгән учреждениелар тураһында.   

Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр
Ашаған аш табыр, эшләгән эш табыр

Заман башҡа – заң башҡа, тип белмәй әйтмәйҙәр. Элек әсәй-өләсәйҙәребеҙ ашты ҡаҙан аҫып утта бешергән. Ҡамыр аштарын да шул уҡ мейес еҫен һеңдереп  бешереп алғандар. Бындай ризыҡтың тәме, әлбиттә, бер нәмә менән дә алмаштырғыһыҙ тәмле һәм татлы була. Хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар йорт усағын һаҡлап өйҙә  генә ултырмайҙар. Ир-аттар менән бер рәттән ғаиләһен туйындырыусы ролен дә үтәйҙәр. Шуға ла күп осраҡта кафеға инеп һатып алырға тура килә. Хәйер,  хәҙер быныһы ла еңелләште. Телефон һандарын йыйып шылтыратыуың йәки сайтҡа заказыңды яҙыуың да етә. Һә, тигәнсе яңы ғына бешкән хуш еҫле  бәлешен дә, контейнерҙа ашын да алып киләләр. Бөгөн һүҙ шундай туҡландырыу өлкәһендә эшләгән учреждениелар тураһында. 

 

Яҙмабыҙҙы баймаҡтарға билдәле булған “Дуҫлыҡ” кафеһы селтәренән башлайыҡ. Үҙ ваҡытында шәхси эшҡыуар Илгиз Тулыбаев асҡан бәләкәй генә кафе хәҙер ҙурайып китте. Юҡ, “Мегаполис” сауҙа үҙәге янында урынлашҡан (есенин урамы, 15) киоск ҙурлығындағы кафеға икенсе ҡат та өҫтәлмәне, төкәтмә лә  төкөтөлмәне. Киреһенсә, өҫтәп йәнә ике ҙур булмаған кафе асылды. Хәҙер “Дуҫлыҡ” кафеһы бешергән татлы ризыҡтарҙы тағы ла тыныслыҡ урамы, 4а һәм  Юбилей урамы, 5б адресы буйынса ла тәмләп ҡарарға була. Бында һурпаһын да, бутҡаһын да, бәлеш, бөйөрөктәрҙең һәр төрлөһөн һатып алыу мөмкинлеге  бар. Шулай уҡ фаст-фудҡа өҫтөнлөк биргәндәр өсөн дә “Дуҫлыҡ” кафеһында ишектәр асыҡ. Һыуһынды ҡандырыр өсөн һуттар, газлы һәм газһыҙ һыуҙар,  компот, сәй, ҡәһеүә бар. Ә бына өйҙән йә офистан сыҡмай ғына заказ эшләргә теләк булһа, шулай уҡ “Дуҫлыҡ” кафеһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ҡала  буйынса алып барыу бушлай.

Телефон йә интернет-заказ аша туҡланырға теләк булғанда мотлаҡ шәхси эшҡыуар Данил Ғизетдиновтың “FOODservice” кафеһына мөрәжәғәт итегеҙ. Уның адресы: Пименов урамы 37а, телефон: +7 (996) 579 06 05. 

Шулай уҡ “Бәйләнештә” сайтында ла үҙ төркөмө бар. Унда инеп меню һәм хаҡтар менән танышырға мөмкин. Кафеға килеп һурпа һәм бутҡаларҙы, манты-билмәндәрҙе эҫе килеш ашап сыға алаһың. Бында шулай уҡ ҡамыр аштарын да тәҡдим итәләр. 180 һумлыҡ комплекслы төшкө аштары ла бар. “FOODservice”  кафеһы “Хәләл” сертификатын алған. Бында аяттар, дини байрамдар, оло табындар, балалар өсөн байрам саралары үткәрергә була.

Туҡланыу өлкәһе  тураһында һүҙ сыҡҡанда шәхси эшҡыуар Л.Кувшинованының “Ихлас” кафеһын урап үтһәң, яҙыҡ булыр. “Ихлас”та реконструкция эштәре атҡарылды. Кафе “Континент” (элекке бәләкәй баҙар) сауҙа үҙәге янында урынлашҡан. Шул уҡ эшҡыуарҙың мәмбәт ауылы яғына киткән юл буйында  “Бәхет шишмәһе” кафеһы ла бар. Бында йома көндәре яңы ғаилә ҡорған парҙар килә. Кафе биләмәһендә ял итеү өсөн бәләкәй генә өйҙәр ҙә бар. Унда  шешлек тә бешереп була. Был кафеларҙа һурпаһын да, бутҡаһын да, бешкән картуфын да, ҡамыр аштарын да тәҡдим итәләр. Шулай уҡ бәлеш, бөйөрөк, бауырһаҡ кеүек ҡамыр аштары заказға ла бешерәләр. Телефоны: +7 905 002 64 24. 

“Ихлас” һәм “Бәхет шишмәһе” кафелары һәр төрлө банкеттар, юбилей табындары, туйҙар, аяттар, дини байрамдар ҙа үткәрә. Коллектив заказдар ҡабул итә. 

“Ирәндек” кинотеатры артында урынлашҡан шәхси эшҡыуар Дилморад Әхмәтвәлиевтың “Восточная кухня” кафеһын күптәр “Кристалл” тип белә. Был кафеның  “Бәйләнештә” сайтында төркөмө лә бар. адресы: Чекмарев урамы, 12/1. телефоны: +7 965 938 03 04.

Тамаҡ ялғап алыу өсөн “Восточная кухня” кафеһына килһәгеҙ яңылышмаҫһығыҙ. Бында турамаларҙың һәр төрлөһөн, ханума, манты, һурпа кеүек итле аштарҙы, бөйөрөк, бәлеш, бауырһаҡты заказға бешерәләр. Махсус рецепт буйынса бешерелгән былау бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. Кафела шулай уҡ заказдарҙы ҡала буйынса алып барыу ҙа ойошторолған. Кафела бушлай WiFi бар. 

Дауахана янында кафелар ни тиклем күп булһа ла, яңылары асылып тора. Һөйөнөскә, унда йәнә бер кафе-магазин асылды. Шәхси эшҡыуар Сулпан Вәлиева асҡан “Кухня” аҙыҡ-түлек магазины яңы ғына бешкән хуш еҫле ҡамыр аштарын тәҡдим итә. Шулай уҡ туй, юбилей, аят кеүек оло табындарға бәлеш, бөйөрөк  һәм бауырһаҡтарҙы бешереп биреү өсөн заказдар ҙа ҡабул итә. асығып киткән саҡта яңы бешкән бөйөрөктәр менән тамаҡ ялғап алыу өсөн өҫтәл-ултырғыстар  ҙа ҡуйылған. Әгәр алған продукцияның хаҡы 500 һумдан артһа, заказды бушлай алып барыу ҙа ҡаралған. 

– Айырыуса оло йәштәгеләр магазинға килгәнсе хәл бөттө, тип зарлана. Тап шундайҙарға ярҙам иткем килә, – ти йәш эшҡыуар Сулпан Әхәт ҡыҙы. 

“Кухня” аҙыҡ-түлек магазинынан яңы бешкән ҡамыр аштарын, йәшелсә-емеш һ.б. аҙыҡ-түлек алдырырға теләк булһа, +7 937 36714 86 телефоны буйынса  шылтырата алаһығыҙ. Магазиндың адресы:Тыныслыҡ урамы, 2е.

Шөкөр, әллә ҡайҙа сабып йөрөмәйенсә лә, аш-һыу бүлмәһендә ваҡытыңды әрәм итмәйенсә  лә тәмле һәм сифатлы бешкән ризыҡ менән туҡланып була торған заманда йәшәйбеҙ. Бындай үҙгәрештәрҙән уңайлыҡтар тыуҙырған эшҡыуарҙар ҙа, һатып  алыусылар ҙа ота ғына. Һәр ҡайһыһына уңыштар теләйек. 

Эльмира Кейекҡужина. 

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: