1 кг кишер, 1 кг татлы борос, 1 кг алма (антоновка), 4 кг помидор, ярты стакан тоҙ, 2 стакан таҙартылған һарымһаҡ тештәре, 1,5 стакан үҫемлек майы, 2-3 дана әсе борос. Барыһын бергә ит турағыс аша үткәрергә һәм 30-40 минут бешерергә, шунан стериль банкаларға ҡойоп ҡапларға. Һарымһаҡ менән әсе боросто, тәменә ҡарап, күберәк йә аҙыраҡ алырға була.
Баҙҙарыбыҙ - турамалар менән, йортобоҙ бәхет менән тулы булһын!
Гүзәл Иҫәнгилдина.