Һаҡмар
-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ кәсебе
14 Июль 2022, 15:45

Уйынлы - ысынлы

  Ауыл советы берсиҙәтеле булып, йәш ҡыҙ килгән. Тәүге талабын барлыҡ яңылыҡтар һәм бәйләнеш инстаграм аша була, тип белдергән. Әбей-бабайҙар смартфондар алған. Этеп-төртөп, телефонды һыйпарға өйрәнгән. Ауыл кешеһе өсөн бигерәк ҡулайлы икән дәһә. Хәтимә инәйҙең туҡал кәзәһе өйгә ҡайтмай башлағайны. Инәй тиҙ генә инста аша ауылдаштарына хәбәр ташланы. "Туҡал кәзәнең кәртешкәһе юҡ. Билдәләре-һаҡалы оҙон, йөнө аҡлы-ҡара. Оҡшаш кәзә менән селфи төшөп, #туҡалкәзә һөштөгөн(хештег) ҡуйығыҙ. Кәзәмде танырмын. Табыусыға - туҡал кәзә йөнөнән башалтай." Мәликә инәй сторизында әтәс төшөргән. Яҙыу элгән "Кем әтәсе? Ай ҡарайым, килеп алыусы юҡ! Сториз бөткәнсе хужаһы табылмаһа, һуйып ашайым! Әйтмәне тимәгеҙ!" Гөлли инәй галушын ҡуйған."Кисә Мәстүрәнең Ҡөрьән ашында кемдер галушымды кейеп ҡайтҡан. Галуш өшкөртөлгән. Башҡа кеше аяғына эләкһә, малына зыян киләсәк". Инстаграмдағы фото арҡаһында үрге остоң ҡатындары талашҡан. Бибикамал менән Ғәтиә, Алмабикә күршеһенән ҡасып, еләккә барғандар. Арғы урамдан Гөлбаҙыян быларҙы осраткан да, фото һалған. Зыҡ ҡубып ирешкәндәр. Гөлбаҙыяндың да тетмәһе тетелгән. Ни эшләрҙәр инде... Мәрәһим ҡартҡа ла бик килеште Инстаграм. Әбейе күпселеккә ҡушылғандан һуң, яңғыҙ интегә. Ҡабатлап әбей алғыһы ла килмәй. Тик бына ҡатын-ҡыҙ ҡулы бешергән аштар һағындыра. Ә әбейҙәр инстала иртә һайын сәйгә бешергән тәмлекәстәрен ҡуя. Ярышып, бер-береһен уҙҙырып. Ҡарт лентала күренгән ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый, бәлештәрҙең ҡайһыныһын ашарға теләүенә ҡарап, берәйһенә хәл белергә йүнәлә. Яңғыҙ ауылдаштары уны күрергә һәр саҡ шат. Мәрәһимде табын түренә ултыртып, инстаға фото элеп тә ҡуялар.

Уйынлы - ысынлы
Уйынлы - ысынлы

Уйынлы-ысынлы:)

Ауыл советы берсиҙәтеле булып, йәш ҡыҙ килгән. Тәүге талабын барлыҡ яңылыҡтар һәм бәйләнеш инстаграм аша була, тип белдергән. Әбей-бабайҙар смартфондар алған. Этеп-төртөп, телефонды һыйпарға өйрәнгән. Ауыл кешеһе өсөн бигерәк ҡулайлы икән дәһә.

Хәтимә инәйҙең туҡал кәзәһе өйгә ҡайтмай башлағайны. Инәй тиҙ генә инста аша ауылдаштарына хәбәр ташланы. "Туҡал кәзәнең кәртешкәһе юҡ. Билдәләре-һаҡалы оҙон, йөнө аҡлы-ҡара. Оҡшаш кәзә менән селфи төшөп, #туҡалкәзә һөштөгөн(хештег) ҡуйығыҙ. Кәзәмде танырмын. Табыусыға - туҡал кәзә йөнөнән башалтай."

Мәликә инәй сторизында әтәс төшөргән. Яҙыу элгән "Кем әтәсе? Ай ҡарайым, килеп алыусы юҡ! Сториз бөткәнсе хужаһы табылмаһа, һуйып ашайым! Әйтмәне тимәгеҙ!"

Гөлли инәй галушын ҡуйған."Кисә Мәстүрәнең Ҡөрьән ашында кемдер галушымды кейеп ҡайтҡан. Галуш өшкөртөлгән. Башҡа кеше аяғына эләкһә, малына зыян киләсәк".

Инстаграмдағы фото арҡаһында үрге остоң ҡатындары талашҡан. Бибикамал менән Ғәтиә, Алмабикә күршеһенән ҡасып, еләккә барғандар. Арғы урамдан Гөлбаҙыян быларҙы осраткан да, фото һалған. Зыҡ ҡубып ирешкәндәр. Гөлбаҙыяндың да тетмәһе тетелгән. Ни эшләрҙәр инде...

Мәрәһим ҡартҡа ла бик килеште Инстаграм. Әбейе күпселеккә ҡушылғандан һуң, яңғыҙ интегә. Ҡабатлап әбей алғыһы ла килмәй. Тик бына ҡатын-ҡыҙ ҡулы бешергән аштар һағындыра. Ә әбейҙәр инстала иртә һайын сәйгә бешергән тәмлекәстәрен ҡуя. Ярышып, бер-береһен уҙҙырып. Ҡарт лентала күренгән ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый, бәлештәрҙең ҡайһыныһын ашарға теләүенә ҡарап, берәйһенә хәл белергә йүнәлә. Яңғыҙ ауылдаштары уны күрергә һәр саҡ шат. Мәрәһимде табын түренә ултыртып, инстаға фото элеп тә ҡуялар.

ватсаптан)

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: