Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ кәсебе
3 Март 2022, 18:00

Үҙе йөнлө булғас...

Администратор менән икәүләп өҫтөмә менеп киләләр...

Үҙе йөнлө булғас...
Үҙе йөнлө булғас...

Массаж эшләгәндә төрлө хәлдәр булып ҡуя. Хәҙер кешеләр үҙҙәренең һаулығын ныҡ хәстәрләй, шуға күрә беҙ эшһеҙ ултырмайбыҙ. Мин массажды хәҙер йортомда эшләйем. Шифаханала эшләгән саҡта булған ҡыҙыҡ хәлде иҫемә төшөрһәм, әле лә көлөп ебәрәм. Бер көн массаж яһатырға бер ир килеп инде. Уның тәнен ҡуйы йөн ҡаплаған ине. Хатта ҡарауы ла ҡурҡыныс ине. Уға массаж яһаным да, шундай уҡ карауаттағы япманы алмаштырып, икенсе кешене саҡырҙым.

Массаж яһайым, тик был ир борғоланып тик ята. Бер мәл тырнана башланы, унан һикереп килеп ултырҙы ла: “Һеҙ миңә тиклем был карауатҡа бесәйҙе һалғанһығыҙ!”-тип болара башланы. Администратор йүгереп килеп етте. Клиент һаман ҡаңғыра. Администратор менән икәүләп: “Булдымы бесәй?!”-тип минең өҫтөмә менеп килгәндә, пакетын онотоп ҡалдырған беренсе ир килеп инде. Мин илай яҙып: “Ул булды”,-тинем. Былар еңелсә генә кейенеп алған ирҙең тәненә ҡаранылар ҙа, шым ғына сығып киттеләр.

Ә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: