Тышта ҡыш булһа ла, баҡсасылар яңы миҙгелгә әҙерләнә башланы. Был мәлдә ниндәй үҫентеләрҙе рассадаға ултырта башларға була? Әлбиттә, был тәү сиратта сәскәләргә ҡағыла. Сәскә атыуына тиклем 120-180 көн булған гөл-сәскәләрҙе ултыртыу тураһында күптән үк уйлай башларға кәрәк ине. Тәүҙә беҙҙең яҡта һирәгерәк үҫтерелгән сәскәләргә иғтибар бирәйек. Баҡсабыҙҙы төрлөләндереп ебәрәйек.
Антирринум (Львиный зев) – бер йыллыҡ иҫ киткес матур сәскә. Уның төрлө сорттары һәм төҫтәре бар. Был мәлдә ултыртылған антирринум майҙа уҡ сәскә ата башлай. Әйтергә кәрәк, ул ҡар яуғансы бер туҡтауһыҙ сәскә атып тик ултыра. Шуға күрә уны ултыртыу матур ғына түгел, ә отошло ла. Антирринумдың орлоҡтарын тупраҡ менән күммәй, быяла йәки полиэтилен менән ҡаплап ҡуябыҙ. Ҡояш нурҙары тура төшкән ергә ҡуймағыҙ. 8-12 көндән үҫентеләр килеп сығасаҡ. Антирринумдың үҫентеләре бик оҙаҡ ҡалҡа. Шуға күрә уны бер айҙан һуң ғына һирәкләп ултыртабыҙ. Тупраҡҡа майҙың икенсе яртыһында, араларында 20-30 см ҡалдырып (сортына ҡарап), ултыртабыҙ.
Вербена. Бик зауыҡлы бер йыллыҡ сәскәләр. Тик үҫентеләрен сығарып алыу өсөн тырышырға кәрәк булыр. Торф һәм йылға ҡомо ҡушылған тупраҡҡа ултыртығыҙ. Үҫентеләр 20 көндән һуң килеп сығасаҡ. Уларҙың һирәк-һаяҡ ҡына сығыуы күңелегеҙҙе төшөрөүе бар. Вербенаның үҙенсәлеге шунда шул. Уның ҡарауы ҡара көҙгә тиклем матур сәскәләргә ҡарап һөйөнөрһөгөҙ. Вербенаның үҫентеләре тиҙерәк үҫһен һәм бар орлоҡтары шытһын өсөн уға гуматты (инструкцияһына ҡарап) ҡойорға була. Ә инде үҫентеләр тулыһынса ҡалҡып сыҡҡас, уларға һыуҙы бик һаҡ ҡойорға кәрәк. Вербенаны майҙың икенсе яртыһында ултырталар. Ул һыуыҡҡа, ҡырауға бирешмәүе, ҡар яуғанға тиклем сәскә атыуы менән айырыла.
Гайлардия. Сағыу, күп йыллыҡ сәскәне пан ромашкаһы тип тә йөрөтәләр. Гайлардияның орлоғо эре була. Шуға күрә уның 4-5-һен бер көршәккә ултыртабыҙ. Үҫентеләр 12-15 көндән килеп сыға. Ҡырауҙар үткәс, гайлардияны һәр саҡ үҫәсәк бер урынға һайлап ултыртығыҙ. Гайлардияны туранан-тура тупраҡҡа яҙғыһын да сәсергә була. Тик ул саҡта сәскә атыуын оҙаҡ көтөргә тура киләсәк.
Ҡәнәфер (гвоздика). Бер кемде битараф ҡалдырмаған, зауыҡлы күп йыллыҡ сәскә. Ул сәселгәндән һуң 5-6 айҙан һуң ғына сәскә ата. Шуға күрә ҡәнәферҙе ғинуарҙың уртаһынан ҡалмай рассадаға ултыртырға кәрәк. Рассаданы дымды һаҡлау өсөн полиэтилен менән ябып, өҫтөнә гәзит менән күләгә төшөрәбеҙ. Үҫентеләр шытып сығыу менән гәзиттәрҙе, унан полиэтиленды алабыҙ. Тупраҡҡа майҙың икенсе яртыһында ултыртабыҙ. Ҡәнәфер ҡояшлы урынды ярата.
Гелениум. Күп сортлы, сағыу, күп йыллыҡ сәскә. Үҫентеләргә 3 аҙна булғас, уларҙы һирәгәйтәбеҙ. Гелениумды апрель аҙағы – май башында баҡсаға күсереп ултыртабыҙ. Ул йылдан – йыл нығый һәм күбәйә барыуы, сағыу сәскәләре менән һөйөндөрөр.
Кальцеолярия – бик матур күп йыллыҡ сәскә. Май айынан сентябргә тиклем туҡтауһыҙ сәскә ата. Япраҡтары киң, сәскәләре төрткөлө, һап-һары был үҫемлекте бер айҙан һуң һирәгәйтеп, ҙурыраҡ һауытҡа ултырталар. Апрель аҙағында ышыҡ урынға сығарып ултыртырға була. Шулай уҡ был сәскәләрҙе ҙур көршәктәрҙә лә үҫтерәләр.
Ғинуар аҙағынан февралдең уртаһына тиклем ҡыңғарауҙар, дельфиниум, лобелия, меконопсис, петунияны үҫентегә ултыртырға була.