Хәтер
18 Марта , 04:25

Барығыҙға ла рәхмәтлемен

Вилүр Шәкирйән улының хәтирә-иҫтәлектәренә, уның ғүмер, яҙмыш, ижад ғаилә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ тураһында тормошонда ниндәйҙер роль уйнаған коллегалары тураһында фекерҙәренә нигеҙләнеп яҙылған китабы “Рәхмәтлемен” тип атала. Китапта шундай һүҙҙәр бар: “...Тыуған халҡыма рәхмәтлемен. Йәнтөйәгем мине үҫтерҙе, кеше итте, башҡарған эшемә баһа биреп күктәргә сөйҙө. Яҙмышыма, тормошома, атай-әсәйемә, ғаиләмә, туғандарыма рәхмәтлемен. Коллегаларға рәхмәтем сикһеҙ, миңә улар дуҫ та, иптәш тә, серҙәш тә булды. Мин уларҙың ышаныслы таянысын тоя инем. Ижадташ дуҫтарым күп, уларҙың һәр береһе минең өсөн алтынға бәрәбәр. Етәкселәр, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡыусыларым – һәр берегеҙ тураһында күңел түрендә тик яҡшы хәтирәләр һаҡлайым. Был матур донъяла йәшәйек әле. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, яҡлайыҡ. Барығыҙға ла рәхмәтлемен...” Артабан яҙып бөтөлмәгән хәтирәләр... Ләкин уларҙы тормош үҙе дауам итәсәк. Вилүр Шкирйән улы тураһында хәтер ғаиләһенең, балаларының, туғандарының, ауылдаштарының, коллегаларының, дуҫтарының күңел хазинаһын байытасаҡ. Сөнки ул бушҡа йәшәмәне. Вилүр Шәкирйән улы — ысын ир-егет, өлгөлө шәхес. Ул аҙ һүҙле, ихтирамлы, эшһөйәр һәм иғтибарлы кеше ине. Һәүәҫкәр композитор булараҡ, балалар өсөн йырҙар ижад итте, был — уның ҙур өлөшө һәм рухи мираҫы. Уның хәтирәләре тормош фәлсәфәһе һәм илһөйәрлек, башҡорт рухы менән ғорурлыҡ тәрбиәләй. Дуҫтары, ғаиләһе һәм коллегалары уның кешелек сифаттарын юғары баһалай. Вилүр Шәкирйән улы кеүек кешеләр — беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә һәм йәшәү өлгөһө, улар менән ғорурланабыҙ һәм рәхмәтлебеҙ.

Барығыҙға ла рәхмәтлеменБарығыҙға ла рәхмәтлемен
Барығыҙға ла рәхмәтлемен

Хәтер

Барығыҙға ла рәхмәтлемен...”

Баймаҡ районының һәм республикабыҙҙың билдәле шәхесе, музыкант, композитор, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Мәүлитов Вилүр Шәкирйән улына 17 мартта 75 йәш тулған булыр ине.

Ошоға тиклем дә Вилүр ағай тураһында матбуғат биттәрендә бик күп мәҡәләләр яҙғаным булды. Бөгөнгө яҙма минең өсөн ныҡ ауыр бирелә. Билал ауыл китапханаһында үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙа бар яҡтан да ярҙам иткән Вилүр Шәкирйән улы хаҡында бер ҙә үткән тормошта яҙып ултырғы килмәй. Һанай китһәң барлыҡ сараларҙа бер ҡаҙанда ҡайнағанбыҙ. “Шундай ир-егеттәр була” проектын ғына алып ҡарайыҡ. Уның буйынса үткәрелгән сараларҙың иҫәбе һаны юҡ! “Шиғыр + көй = йыр”, “Йыр-толпарым”, “Йыр-моң илендә ҡалам”, “Ғүмерҙәр балҡышы” һәм башҡа мәҙәни саралар, яҙыусылар, ветерандар, хәбәрселәр, журналистар менән осрашыуҙар. Нисә шылтыратһам да бер ваҡытта ла “юҡ” тимәне, шунда уҡ баянын күтәреп китапханаға иң алда килеп инер ине. Әҙ генә интернет селтәрендә күренмәй торһам, шунда уҡ шылтырата: “Ниңә күренмәй киттең, нимә булды, давай, йыбанма, һин булдыраһың!”, - тип эшемә баһа ҡуя, яңы фекерҙәрен әйтә. Уның ҡанатлы һүҙҙәренән һуң, гүйә, иңдәремә ҡанат үҫә. Дәртләнеп, яңынан өр-яңы проекттар менән эш башлайым. Бына шулай бер-беребеҙҙе дәртләндереп, сәмләндереп йәшәнек һәм эшләнек остазым менән. Билал ауылында ике тапҡыр композиторҙың патриотик йырҙарын пропагандалауға арналған бәйгеләр үткәрҙек. Тәүге тапҡыр Билал ауылында композиторҙың 70 йәшенә ҡарата район ғына түгел республика кимәлендә ҙурлап үткәреүгә өлгәштек. Уҙған йыл ауыл китапханаһы иғлан иткән “Йөрәктән-йөрәккә” проекты сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватан һаҡсылары йылына арнап “Онотмайыҡ” йыр бәйгеһе үткәрҙек. Ошо сараны үткәрер алдынан Вилүр ағайға шылтыраттым. “Юҡ, быйылға тороп торайыҡ. Киләһе йыл миңә 75 йәш тула, шунда бер юлы үткәрербеҙ”,- тип ризалашманы.

Төрлөсө уйлағандан һуң, Вилүр ағай риза булмаһа ла, белдереү яҙып интернет селтәренә ҡуйҙым. Уңайһыҙланып ҡына йәнә шылтыраттым. Вилүр ағай көлөп ебәрҙе: “Эй, өҙмәйһең дә, ҡуймайһың бит, ә! Хәҙер миңә лә эш өҫтәнең”, - тине.

Был һөйләшеүҙән һуң шунда уҡ йырсыларҙы барлай башланыҡ. Бәйгенең тәүге өлөшө ай ярым дауамында онлайн үтте. 80 эш ҡабул итеп алдыҡ, 216 йырсы ҡатнашты. Апрелдә Билал мәҙәниәт йортонда Гала-концерт үткәрҙек. Кескәй йырсыларҙан олоһона тиклем бәйгелә ҡатнашты һәм йәнә бер тапҡыр онотолмаҫлыҡ йыр-моң ижад кисәһе үткәреүгә өлгәштек. Ижад кисәһенә композиторҙың балалыҡ дуҫтары, класташтары, курсташтары, ижадташ дуҫтары, коллегалары, уҡыусылары, етәкселәр йыйылды. Һәр береһе Вилүр Шәкирйән улы тураһында йылы һүҙҙәр әйтте, бик күп йырҙарын йырланы. Кем уйлаған шул кисәбеҙ аҙаҡҡыһы булыр тип.

Ошо кисәнән һуң ҡанатланып, дәртләнеп ҡайтты. Яңынан-яңы проекттар, осрашыуҙар, өр-яңы йырҙар яҙырға хыялланды. Йыр конкурсынан һуң көн һайын шылтыратты, рәхмәте сикһеҙ ине. Бер көн эш урыныма килде. Был юлы үҙенең йырҙарын бер урынға туплап, ижады тураһында ваҡытлы матбуғат сараларында баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрҙе йыйып, ижадташ дуҫтарының фекерҙәрен төйнәп, тормошо, ғаиләһе, туғандары, ауылдаштары, коллегалары тураһында китап сығарыу тураһында һүҙ ҡуҙғатты. Майҙа, ошоға тиклем ике китап сығарырға өлгәшкән китапхана янында ойошторолған “Хәтер” эҙләнеү эше ағзалары Илдүсә Әминева, Сәғирә Кәримова һәм миңә, китап яҙыу эшен ышанып тапшырҙы. Китапты башлағандан алып, сығарғансы төрлө тойғолар өйөрмәһе кисерҙек, аптырауға ҡалдык. Республикаға билдәле шахестең тормош юлын, илһамлы ижадын аса алырбыҙмы? Китапты яҙа башлағас Вилүр ағайҙың тел байлығына, һутына иҫебез китте, фәһемле китап килеп сығырына ышаныс тыуҙы. Беҙ эштәрҙе бүлешеп алдыҡ та, эшкә тотондоҡ. Үҙе күбеһенсә телефондан тауыш яҙмалары ебәрҙе, уларҙы бер урынға туплап ултырыуы беҙгә ауыр икәнен аңлап, дәфтәр биттәренә яҙып алып килә башланы. Шул тиклем ҡабаланды, әйтер һүҙен әйтеп ҡалырға ашыҡты. Уның ыңғайына беҙ ҙә ҡабаланабыҙ. Йыл аҙағына китабын сығарып, мартта китаптың исем туйын үткәрергә тип пландар менән яндыҡ. Вилүр ағай китапханаға көн аша тигәндәй килә. Китап яҙыу эшенә бирелеп, үҙемдең төп эшем ситтә ҡала башланы. Шулай булһа ла, бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙгә тәғәйен эштәрҙе эшләүҙе дауам итәбеҙ. 3 сентябрҙә шылтыратып китапханаға саҡырҙыҡ. Эй, ҡыуанып килде! Дүртәүләп ултырып тиҙ арала китапты әҙерләп бөтөп баҫмаға тапшырырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Был беҙҙең һуңғы осрашыу булырын ул ваҡытта уйлап та бирмәнек. Ниһайәт, туҡталған эш кире яйға һалынды. Мин уның яҙғандарын компьютерҙа йыям, Илдүсә Азат ҡыҙы хаталар өҫтөндә эшләй, яҙмаларға төҙәтмәләр индерә, Сәғирә Зөлфәр ҡыҙы фотоматериалдар туплай, китапты баҫмаға әҙерләй. Был юлы көнө-төнө эшләйбеҙ. 6 сентябрҙә Вилүр Шәкирйән улын райондың 95 йыллыҡ юбилейына саҡырҙылар. Шул көндө ниңәлер ныҡ ҡабаландым. Иртә менән тороп Вилүр ағайҙың яҙмаларын телефонда баҫа башланым. Тиҙ генә яҙам да Вилүр ағайға яҙмаларҙы ебәрәм. “Иртә бит әле, ниңә йоҡламайһың?”, - ти. “Һеҙ Баймаҡҡа киткәнсе уҡып өлгөрөгөҙ”, - тием.

Шул көндө уның яҙмаларын телефон аша яҙып бөттөм. Был турала үҙенә лә әйттем. Унан тағы ла яҙмалар көтөүебеҙҙе аңғарттым. 8 сентябрҙә район китапханаһында “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы менән осрашыу ойошторолдо. Вилүр ағайҙы ла саҡырҙылар. Осрашыуға бергә барырға тейеш инек. Дүшәмбе көнө шылтыраттым. “Ниңәлер хәл юҡ, бара алмаҫмын, ауырып торам”, - тине. Оҙаҡ һөйләшә алманыҡ. Иртәнсәк йәнде өшөткөс хәбәр алдыҡ. Вилүр ағай беҙҙең аранан киткән...

9 сентябрҙә Вилүр Шәкирйән улының йөрәге тибеүҙән туҡтағас, ҡанаттары һынған ҡош кеүек, юғалып ҡалдыҡ, артабан нимә эшләргә тигән һорау тыуҙы. Үҙебеҙҙе тиҙ арала ҡулға алдыҡ, сөнки барыбыҙ ҙа ныҡ ихтирам иткән шәхестең булмышын, ижадын, тормошон китапта аса алыу беҙҙең бурыс ине. Эш урынында бар әйберҙәр Вилүр ағайҙы хәтерләтә. Үҙ ҡулдары менән яҙған яҙмалары, бер нисә көн элек кенә тотоп ултырған папкалары, компьютерҙа фотоһүрәттәре... Ләкин беҙгә ярты юлда туҡтап ҡалырға ярамай ине. Артабан ярҙам һорап ҡатыны Зифа апайға, балалары Таһир, Айгөл, Луизаға, туғандарына, фекерҙәш дуҫтарына мөрәжәғәт иттек. Декабрҙә китапты тамамлап, ҡараламаһын ҡулға алғас, оло ҡыуаныс кисерҙек. Ә инде мартта, ғаиләһе ярҙамында, китап редакцияла баҫылып сыҡҡас, күктең етенсе ҡатына менгәндәй булдыҡ. Ағайыбыҙҙың беҙгә күрһәткән ышанысын аҡлай алдыҡ.
Вилүр Шәкирйән улының хәтирә-иҫтәлектәренә, уның ғүмер, яҙмыш, ижад ғаилә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ тураһында тормошонда ниндәйҙер роль уйнаған коллегалары тураһында фекерҙәренә нигеҙләнеп яҙылған китабы “Рәхмәтлемен” тип атала. Китапта шундай һүҙҙәр бар: “...Тыуған халҡыма рәхмәтлемен. Йәнтөйәгем мине үҫтерҙе, кеше итте, башҡарған эшемә баһа биреп күктәргә сөйҙө. Яҙмышыма, тормошома, атай-әсәйемә, ғаиләмә, туғандарыма рәхмәтлемен. Коллегаларға рәхмәтем сикһеҙ, миңә улар дуҫ та, иптәш тә, серҙәш тә булды. Мин уларҙың ышаныслы таянысын тоя инем. Ижадташ дуҫтарым күп, уларҙың һәр береһе минең өсөн алтынға бәрәбәр. Етәкселәр, китапханасылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡыусыларым – һәр берегеҙ тураһында күңел түрендә тик яҡшы хәтирәләр һаҡлайым. Был матур донъяла йәшәйек әле. Бер-беребеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек, яҡлайыҡ. Барығыҙға ла рәхмәтлемен...”

Артабан яҙып бөтөлмәгән хәтирәләр... Ләкин уларҙы тормош үҙе дауам итәсәк. Вилүр Шкирйән улы тураһында хәтер ғаиләһенең, балаларының, туғандарының, ауылдаштарының, коллегаларының, дуҫтарының күңел хазинаһын байытасаҡ. Сөнки ул бушҡа йәшәмәне. Вилүр Шәкирйән улы — ысын ир-егет, өлгөлө шәхес. Ул аҙ һүҙле, ихтирамлы, эшһөйәр һәм иғтибарлы кеше ине. Һәүәҫкәр композитор булараҡ, балалар өсөн йырҙар ижад итте, был — уның ҙур өлөшө һәм рухи мираҫы. Уның хәтирәләре тормош фәлсәфәһе һәм илһөйәрлек, башҡорт рухы менән ғорурлыҡ тәрбиәләй. Дуҫтары, ғаиләһе һәм коллегалары уның кешелек сифаттарын юғары баһалай. Вилүр Шәкирйән улы кеүек кешеләр — беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә һәм йәшәү өлгөһө, улар менән ғорурланабыҙ һәм рәхмәтлебеҙ.

Райхана Булатова, Билал ауыл китапханасыһы.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас