19 ғына йәшендә һылыу, аҡыллы Розалина ҡыҙыбыҙ мәрхүмә булыуына 6 февралдә 40 көн була.
Үлйәбаева Розалина Зәит ҡыҙы Ишмөхәмәт ауылында 24 февраль, 2005 йыл ғаиләбеҙҙә икенсе бала булып, тормошобоҙға биҙәк булып донъяға килде. Балалар баҡсаһында йөрөп, мәктәптә башланғыс класты тамамлағас, Баймаҡ лицей-интернатына уҡырға барҙы.
Тиҫтерҙәренән алда уҡырға барғанына ҡыуанды. Спорт һөйөүсән булды. Волейбол, баскетбол, йүгереү... “Йыл спортсыһы” исемен алып ҡыуандырҙы. Өфөлә финанс колледжын тамамлап, Ҡазан ҡалаһында эшләп йөрөнө. Тормошоноң һуңғы көҙөндә китап уҡырға яратты. Элек рәхәтләнеп волейбол уйнаһам, хәҙер фортепианола уйнайым, тип, ҡыуана ине...
2024 йылдың 28 декабре беҙҙең тормошобоҙҙо сәлпәрәмә килтерҙе... Байрамға, ялға туғандар янына ашҡынып ҡайтып килгән йәш, һылыу өс ҡыҙ фажиғале рәүештә Өфө-Ҡазан юлында мәрхүмә булды...
Ауыр ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып, Татарстандан алып ҡайтып, һуңғы юлға оҙатыуға ярҙам ҡулы һуҙған туғандарға, ауылдаштарға, коллегаларыбыҙға, класташтарға, курсташтарға, баймаҡтарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Бала ҡайғыһы күрһәтмәһен! Ғаиләгеҙгә именлек, һаулыҡ, шатлыҡ ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Ата-әсәһе, туғандары.