Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында Радий Хәбировтың республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү тураһында указы баҫылған.
Документта билдәләнеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов — Башҡортостандың социаль һәм иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле сәйәсмән һәм йәмәғәт эшмәкәре.
3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатына һәм Мораҡ ауылындағы Башҡорт гимназияһына уның исеме бирелә.
Бынан тыш, республика хөкүмәте — белем биреү учреждениеларының береһенә, ә Өфө хакимиәте баш ҡаланың үҙәк урамына Мортаза Рәхимовтың исемен биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш.
Өфөлә шулай уҡ Башҡортостандың беренсе Президентына һәйкәл һәм Мортаза Рәхимов йәшәгән йортҡа — мемориаль таҡтаташ, тыуған яғында Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында музей асыу күҙаллана.
Республиканың Милли музейында Башҡортостандың беренсе президентының эшмәкәрлеге хаҡында материалдар туплап, тыуыуына 90 йыл тулыуға ҡарата (2024 йылда) уның тураһында биографик энциклопедия баҫтырыу сығарыу бурысы тора,