-4 °С
Ҡар
Төркиә Президенты Эрдоган 12 февралгә тиклем илдә матәм көнө тип иғлан итте. Был Төркиәнең көньяҡ-көнсығышында ер тетрәүгә бәйле.
РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусылары һәм оператив төркөм менән тәүге борт ярҙам күрһәтеү өсөн Төркиәгә осто.
Әлеге ваҡытта Төркиәлә булған Рәсәй туристары өсөн 6 февралдә ике ҡыҙыу линия асылды.
Юллама буйынса Төркиәгә килгән рәсәйҙәргә ер тетрәү сәбәпле көтөлмәгән хәл килеп тыуған осраҡта 7 (499) 678-12-03 телефонына шылтыратырға кәрәк.
Стихияға бәйле бәләгә тарыған үҙ аллы сәйәхәт итеүселәр өсөн 7 (495) 695-45-45 телефоны буйынса ҡыҙыу элемтә эшләй.