Үткән аҙнала Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында ошо уҡыу йортона нигеҙ һалған халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, билдәле дәүләт эшмәкәре, Сибай ҡалаһының почетлы гражданы, ғалим һәм педагог Зиннур Йәрмөхәмәтовҡа таҡтаташ асылды.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы – дәүер кешеһе, үҙ заманының иң алдынғы ҡарашлы, алдан күҙаллай белгән, халҡына тоғро хеҙмәт иткән, бөйөк эштәр атҡарған арҙаҡлы шәхестәренең береһе ул. Баймаҡ районының Хәсән ауылында тыуған Зиннур Йәрмөхәмәтов маҡтаулы хеҙмәт һәм тормош юлы үтә. Ябай мастерҙан Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинатының партком секретары, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы, БДУ-ның Сибай институты директоры вазифаларына тиклем күтәрелгән шәхестең ҡаланы һәм тотош Урал аръяғы төбәген үҫтереүгә индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.Тап ул етәкселек иткән осорҙа Сибай үҫте, ул ҙур төҙөлөш майҙанына әүерелде, күпләп социаль, мәҙәни, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлдө һәм асылды. Сибай ысын мәғәнәһендә төбәктең баш ҡалаһына әүерелде.
Зиннур Ғөбәйҙулла улы Урал аръяғы төбәгендә генә түгел, ә Башҡортостанда ла иң абруйлы һәм алдынғы ҡарашлы етәкселәрҙең береһе булды. Ул бер нисә тапҡыр БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутат итеп һайланды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарында ҡатнашты. Уның аҡыллы фекерҙәре, тормош һәм эш тәжрибәһе республикала киң файҙаланылды.
Зиннур Йәрмөхәмәтов милли рухлы, тәрән белемле, аҡыллы, ябай, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер торған етәксе булды. Тап ул Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булған осорҙа миңә “Атайсал” гәзитендә эшләргә тура килде. Зиннур Ғөбәйҙулла улы төбәк гәзитен үҫтереүгә, уның матди-техник базаһын нығытыуға, коллективтың социаль мәсьәләләрен хәл итеүгә даими иғтибар бирҙе.
Арҙаҡлы шәхескә таҡтаташ асыу тантанаһында РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова, ҡыҙы Гүзәл Йәрмөхәмәтова, Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Озерцов сығыш яһаны. Улар шәхестең ҡаланы, төбәкте, республиканы үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы, Зиннур Йәрмәхәмәтовтың исемен мәңгеләштереүҙең мөҡәддәс эш булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйткәндәй, таҡтаташты эшләүсе эшҡыуар Радик Ғибәҙуллин шәхестең һүрәтен оҫта һынландырыуға өлгәшкән.
Артабан БДУ-ның Сибай институтында З.Ғ. Йәрмөхәмәтовҡа, уҡыу йортоноң бөгөнгө һулышы һәм үҫеш перспективаларына арналған фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Унда институт директоры Илдар Хәмитов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Сибай ҡала Советы рәйесе Владимир Косарев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йәүҙәт Биккинов, Зиннур Ғөбәйҙулла улының арҡаҙаштары Семен Чернов, тарих фәндәре кандидаты Асия Хөсәйенова, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, доцент Ирек Бикмәтов, БР Стратегик эҙләнеүҙәр институтының Сибай филиалы директоры Йәлил Һөйөндөков һәм эске эштәр органдары ветераны Илдар Хәйруллин сығыш яһаны, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы тураһында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты. “Зиннур Ғөбәйҙулла улы ысын мәғәнәһендә бөйөк кеше, юғары ойоштороу һәләте менән айырылып торған, республика кимәлендә ҙур абруйға эйә булған етәкселәрҙең береһе, беҙҙең остазыбыҙ ине, - тине Илдар Салихйән улы. - Тап ул ойошторған һәм етәкселек иткән Сибай институты Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең мәғариф өлкәһендә лайыҡлы урынды биләй, быны ил кимәлендәге белгес-эксперттар ҙа раҫлай. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең эшен лайыҡлы дауам итеү өсөн беҙ барыһын эшләргә бурыслыбыҙ”. Әйткәндәй, Илдар Хәмитов етәкләгән БДУ-ның Сибай институты коллективы таҡтаташ асыуға, шәхестең исемен мәңгеләштереүгә күп көс һала һәм был маҡтауға лайыҡ.
Сарала Зиннур Йәрмөхәмәтов призына “Атайсал” гәзите ойошторған “Тере хәтер” конкурсына йомғаҡ яһалды. Бәйгелә Билал ауылының “Хәтер” төркөмө лә әүҙем ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булды. “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡов һәм конкурстың жюри ағзаһы Ирек Бикмәтов диплом һәм премияны Билал ауылы китапханасыһы, “Хәтер” төркөмө ағзаһы Райхана Булатоваға тапшырҙы.
Фәнни-ғәмәли конференция һуңында резолюция ҡабул ителде. Унда З.Ғ. Йәрмөхәмәтовтың тыуыуының 75, 80 йыллыҡ юбилейҙары айҡанлы фәнни-ғәмәли конференциялар үткәреү, Зиннур Ғөбәйҙулла улына Салауат Юлаев ордены биреүҙе юллау (үлгәндән һуң), Сибай ҡалаһының бер урамына шәхестең исемен биреү, студенттарға З.Ғ. Йәрмөхәмәтов исемендәге стипендия тапшырыу тураһында һүҙ барҙы. Сарала ҡатнашыусылар уны бер тауыштан хупланы.
Зиннур Йәрмөхәмәтов кеүек арҙаҡлы шәхестәр бер ҡасан да онотолмай, улар мәңге халыҡ хәтерендә һаҡлана.
Азамат Мөхәмәтшин.
Р.Муллагилдин фотолары.