Гөлшат Ғилман ҡыҙы Ушанова яҡты донъяларҙы ташлап, баҡыйлыҡҡа күсте. Быйыл июлдә уға 80 йәш тулыр ине. Яҡын кешебеҙҙе юғалтыуы бик ауыр. Йөрәктәрҙәге һағышты һүҙ менән генә аңлатыу мөмкин түгел.
Гөлшат Ғилман ҡыҙы 1942 йылдың 4 июлендә Баймаҡ ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуа. Хеҙмәт юлын 1956 йылда Баймаҡ район типографияһында башлай. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, типографияла ҡул менән хәреф йыйыусы булып 43 йыл эшләй. Үҙ эшенең оҫтаһы булып таныла, типографияның иң ышаныслы хеҙмәткәрҙәренең береһе була. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Хеҙмәт ветераны” исемдәренә, “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһенә лайыҡ була, “Почет билдәһе” ордены, В.И. Лениндың 100 йыллығына ҡарата миҙалы менән бүләкләнә, Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары бихисап. Бына шундай маҡтаулы, өлгөлө хеҙмәт юлы үтте беҙҙең коллегабыҙ, кәңәшсе-тәрбиәсебеҙ, әхирәтебеҙ Гөлшат Ғилман ҡыҙы. Тормош иптәше, матбуғат ветераны Тәфтизан Сабирйән улы (йәне йәннәттә булһын) менән матур ғаилә ҡороп, ике улға, ике ҡыҙға ғүмер биреп, юғары белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығарҙылар. Һылыу ҡатын, намыҫлы хеҙмәткәр, ышаныслы коллега һәм дуҫ, хәстәрлекле әсәй, өләсәй, хужабикә, тоғро тормош юлдашы булды ул.
Кеселекле-кешелекле, ихтирамлы-иғтибарлы Ушанова Гөлшат Ғилман ҡыҙы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Ауыр тупрағы еңел, йәне ожмах түрендә булһын!
Маннапов Мөнир Ғәле улының ҡапыл мәрхүм булып ҡалыуы тураһындағы хәбәр аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай булды. Әле кисә генә тыуған ҡалаһы буйлап яйлап баҫып, дуҫтарын-таныштарын осратып, хәл-әхүәл һорашып, һөйләшеп, йылмайыпкөлөп йөрөгән Мөнир Ғәле улы беҙҙең арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.
Мөнир Ғәле улы 1946 йылдың 1 майында Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, ижади эшкә яҡыныраҡ булыу теләге уны 1965 йылда “Октябрь байрағы” район гәзите редакцияһына алып килә. Бер аҙ тәржемәсе булып эшләгәндән һуң, ул фотохәбәрсе булып китә. Тап ошо эш уның фотохәбәрсе һәм журналист һәләтен аса ла инде. Иңенә фотоаппаратын элеп, Мөнир Ғәле улы тыуған районының ауылдары буйлап меңдәрсә километр юл үтә.
Уның фотоһүрәттәре аша район гәзиттәре биттәрендә колхоз-совхоз, сәнәғәт производстволары, халыҡ мәғарифы, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау алдынғылары донъя күрә. Өлкән һәм урта быуын кешеләре ипле, итәғәтле, ыҫпай кейемле фоторепортер Мөнир Ғәле улы Маннаповты хәҙер ҙә яҡшы иҫләйҙер. Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән юғары исемгә лайыҡ була, бихисап Почет грамоталары һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.
Һоҡланғыс кеше, ысын мәғәнәһендә журналист-репортер Маннапов Мөнир Ғәле улы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Бәхил бул, Мөнир Ғәле улы! Йәнең йәннәттә, тар ҡәберҙәрең киң, яҡты, ауыр тупрағың йомшаҡ булһын!
Яҡындарының оло ҡайғыларын уртаҡлашып – район гәзиттәре һәм типографияла бергә эшләгән коллегалары һәм ветерандар.