Гәзит уҡыусыларға иҫәпһеҙ-һанһыҙ золом ҡорбандарының береһе – атайым Яҡуп Ғаззали улы Шәрипов тураһында һөйләргә теләйем.
Атайым 1913 йылда районыбыҙҙың Мырҙаҡай ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ғаилә игенселек, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнеп көн күрә. Балалар бәләкәйҙән эш яратып, хеҙмәт һөйөүсән булып буй еткерә.
1929 йылдарҙа илдә колхозлашыу осоро башланып китә. 1930 йылдың 30 ғинуарында кулак ғаиләләрен ликвидациялау тураһында ҡарар ҡабул ителә. Уның нигеҙендә Башҡортостандан 12 мең крәҫтиән, ғаиләһе (62 мең кеше) менән бергә, бөтә мөлкәтенән мәхрүм ителеп, һөргөнгә ебәрелә. Архив мәғлүмәттәренә ҡарағанда беҙҙең райондан 175 ғаилә (1008 кеше) “кулак” мөһөрө баҫылып, ситкә һөрөлә. Шул иҫәптән Ғаззали олатайҙың ғаиләһе лә ауыр яҙмыш һынауҙарына дусар ителә. Олатайҙы, өләсәйҙе, атайымды, уның Йосоп һәм Сабир ҡустыларын алыҫ Себергә, ә Әхтәм ағаһын Беломорканалға һөргөнгә оҙаталар.
Тыңҡыслап тултырылған вагондарҙа бынан 3600 км самаһы ятҡан Иркутск өлкәһенә барып еткәнсе күпме михнәттәр, юғалтыуҙар кисерергә тура килгәнен аңлатып бирер һүҙәр ҙә юҡ. Оҙон юл, һыуыҡ, аслыҡ – түҙгеһеҙ ауыр шарттарҙа бик күп балалар һәм ололар гүр эйәһе була. Уларҙы әҙәмсә ер ҡуйынына тапшырырға ла мөмкинселек бирмәйҙәр. Поезд туҡтаған арала мәрхүмдәрҙе юл буйындағы соҡор-саҡырға ҡалдырып китергә мәжбүр булалар. Яҡындары өсөн ни тиклем йөрәктәре әрнеһә лә, башҡа сара юҡ: һәр вагон һайын ҡораллы НКВД һаҡсыһы оҙатып бара. Буйһонмай сара юҡ, партияның ҡарары бер һүҙһеҙ үтәлергә тейеш – заманаһы шул...
Ил буйынса кулак тип һаналған хәлле крәҫтиән ғаиләләрен һөргөнгә ебәреү планы үтәлә. Был афәткә яуаплы итеп ҡуйылған М.С. Погребинский Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
Шулай итеп, һөргөнгә ебәрелгән ғаиләләр, мең ыҙалар күреп, Себергә барып етә. Уларҙы Черемхово эргәһендәге махсус ҡасабаға (спецпоселение) урынлаштыралар. Черемхово – Иркутскиҙән 100 км самаһы төньяҡта урынлашҡан ҙур булмаған ҡала. Ғаиләләр барактарҙа көн күрә башлай. Ун биш йәшлек үҫмерҙән башлап бөтәһен дә шахтала күмер сығарыу эшенә йәлеп итәләр. Күмер асыҡ ысул менән сығарыла. Эш бик ауыр була, сөнки барыһы ла ҡул көсө менән башҡарыла. Етмәһә, шахталар йыш емерелә. Шахтерҙарҙың шунда баҫылып һәләк булыуҙары әленән-әле булып тора. Алыҫ Себерҙә атайым иңдәренә өлкән йәштәге ата-әсәһен, Йосоп һәм Сабир ҡустыларын ҡарау-ҡурсалау хәстәрлектәре төшә. 1938 йылда олатай менән өләсәйгә тыуған яҡтарына имен-һау әйләнеп ҡайтырға насип була. Бер йылдан улар икеһе лә мәрхүм була.
Илебеҙ тарихында ҡанлы эҙ ҡалдырған 1941 йылдың йәйе яҡынлаша. Һөргөнгә ебәрелгән кешеләрҙең бер өлөшөн һуғышҡа оҙаталар, ә бер өлөшөн бронь менән тылда ҡалдыралар. Аңлашыла, фронтҡа һалдат нисек кәрәк булһа, илгә күмер сығарыуға шахтерҙар ҙа шулай кәрәк бит. Атайымды, алдынғы шахтер булараҡ, бронь менән ҡалдыралар, ә ҡустыларын фронтҡа алалар. Шуныһы ҡыуаныслы, Йосоп һәм Сабир ағайҙарға яу юлдарын имен үтеп, тыуған яҡтарына ҡайтыу насип була.
Атайымдың яҙмышы – ил яҙмышынан айырылғыһыҙ. 1943 – 1950 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта эшләй. Амурҙағы Комсомольск-Совгавань тимер юл магистрален төҙөүҙә ҡатнаша. Был төҙөлөштөң етәксеһе – исеме бөтә илгә билдәле инженер Арсений Петрович Кузнецов була. 1943 йылдың 21 майында илдең обороналау комитеты уға ҙур бурыс йөкмәтә: оҙонлоғо 500 км булған Комсомольск-Совгавань тимер юл магистрален төҙөргә һәм 1945 йылдың 1 авгусына сафҡа индерергә. Амурҙағы Комсомольск ҡалаһын Тымыҡ океан ярындағы Совгавань ҡалаһы менән тоташтырыусы был тимер юлы ил өсөн стратегик әһәмиәткә эйә була, сөнки тиҙҙән Япония менән һуғыш башланырға тора. Шуға күрә эш күләме бик ҙур булһа ла, ҡыҫҡа ваҡытта юлды сафҡа индереү бурысы ҡуйыла. Шундай яуаплы эшкә Себерҙә шахтала эшләп йөрөгән сәйәси золом ҡорбандары йәлеп ителә. Араһынан иң көслөләрен, егәрлеләрен, зиһенлеләрен А.Кузнецов үҙе һайлап ала. Атайым да Кузнецов төркөмөнә эшкә алына.
Үрҙә әйтеп үтелгән трассаны төҙөүҙең ауырлығы ла шунда: Сихотэ-Алинь исемле ҡаяларҙан торған тауҙы тоннель төҙөмәйенсә үтеп булмай. Әгәр юлды туранан-тура төҙөһәң, 500 саҡрымлыҡ тоннель төҙөргә кәрәк булып сыға. Ике йыл эсендә ундай эште башҡарыуы мөмкин түгел. Сибайҙан Өфөгә барып еткәнсе тоннель аша барасаҡ поезды күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле... Арсений Петрович көндәр буйы ҡаяларға үрмәләп трассаның уңайлы маршрутын эҙләй, ә төндәр буйы һыҙмалар, инженер иҫәпләүҙәре менән ултыра. Йоҡо ла юҡ, ял да юҡ, йүнле ашау ҙа юҡ. “Ашарға аҙыҡ-түлекте самолеттан парашют менән ырғытып китә торғайнылар. Ул төҙөлөштә бик күп кеше аслыҡтан үлде”,-тип һөйләй торғайны атайым. Кузнецовтың тырышлығы, гениаль аҡылы һөҙөмтәһендә трассаның уңышлы маршруты табыла: тимер юл асыҡ трассанан үтәсәк, оҙонлоғо 395 метр булған тоннель буласаҡ. Һуңынан бөтә төҙөлөш эштәре Кузнецовтың проекты буйынса башҡарыла. Был мөғжизәгә торошло проект бөгөн дә профессионалдарҙы хайран ҡалдыра. 1945 йылдың 15 июленә партияның заданиеһы үтәлә, 20 июлдә тәүге поезд Тымыҡ океанға юл ала, ә өс аҙнанан Япония менән һуғыш башлана.
Шуныһы үкенесле: А.П. Кузнецовҡа хеҙмәтенең емешен күреү насип булмай. Алһыҙ-ялһыҙ эшләү, саманан тыш нервы көсөргәнешлеге һаулығын ныҡ ҡаҡшата. 1943 йылдың 15 ноябрендә шундай легендар шәхестең йөрәге тибеүҙән туҡтай. Хәҙер Сихотэ-Алинь артылышы Кузнецов артылышы тип йөрөтөлә.
Атайым тимер юл төҙөлөшөндә эшләү осорон оло ғорурлыҡ менән иҫкә алыр ине. Әхтәм олатайҙың улы Әхәт ағай (хәҙер мәрхүм) 1971 йылда Совгавань ҡалаһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, атайым сикһеҙ ҡыуанды. “Әхәт улым мин йөрөгән ерҙәрҙе күрҙе, мин үткән юлдарҙан үтте”,-тип йәшлегенә урап ҡайтҡандай булды.
Үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, дәүләт көсләп коллективлаштырыу сәйәсәтенең яңылыш икәнен таныны. 1991 йылдың 18 октябрендә “Сәйәси золом ҡорбандарын аҡлау” тураһындағы ҡарар ҡабул ителде һәм 30 октябрь Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө тип иғлан ителде. Илдең Эске Эштәр министрлығы тарафынан СССР-ҙың репрессия ҡорбандары тураһында берҙән-бер мәғлүмәт базаһы булдырылған. Унда сәйәси золомға дусар ителгән граждандарҙың исемлеге бирелгән. Ошо исемлектә олатайыбыҙ Ғаззали Вәхит улы һәм атайыбыҙ Яҡуп Ғаззали улы Шәриповтар ҙа бар. Теләге булған һәр кем интернет аша был исемлекте ҡарай ала.
Бер ғәйепһеҙгә егерме йыл Себерҙә һөргөндә йөрөп атайым 1951 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм Ҡараталда донъя көтә башлай. Артабан Буранбай ауылы ҡыҙы Мәрхәбәгә өйләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тракторсы булып эшләгән әсәйебеҙ, хөрмәтле тыл ветераны булды. Атайым совхозда балта оҫтаһы булып эшләне. Оҙаҡ йылдар малсылыҡта ир түкте. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, дөрөҫлөктө яратыуы, һәр эшкә яуаплы ҡарауы, намыҫлы булыуы менән айырылды. Ауылдаштарына бик ярҙамсыл булды. Уның сыҙамлылығына, түҙемлелегенә, рух ныҡлығына һоҡланмау ммкин түгел. Биш ул һәм өс ҡыҙҙы оло тормош юлына сығарҙы бит ул: Әҡсән, Әғзәм, Әғләм, Яхия, Айытбай, Миңнур, Нәғимә, Нәсимә. Атай-әсәйҙең балаға ҡалдырған иң ҙур мираҫы – яҡшы тәрбиә. Атай, әсәй беҙҙе үҙ өлгөһөндә тәрбиәләне. Алтаубыҙ юғары белемгә эйә булды, арабыҙҙа фән кандидаты, фән докторы ла бар. Атайымдың : “Мин бит һеҙҙең барығыҙҙы ла алыҫ Себерҙә йөрөгәндә Хоҙайҙан һораным. Һеҙ Минең Аллаһы Тәғәләнән һорап алған балаларым”,тигән һүҙҙәре әле лә ҡолаҡта сыңлай. Беҙ, балалары, атай-әсәй йөҙөнә тап төшөрмәҫкә тырышабыҙ.
Миллионлаған золом ҡорбандарының береһе булған Яҡуп Ғаззали улының күргән-кисергәндәрен бер мәҡәләгә һыйҙырып бөтөп булмай. Күпме ауырлыҡтар күрһә лә зарланыуҙың нимә икәнен дә белмәне, донъяға һәр саҡ ҡыуанып баҡҡан атайым 2002 йылда туҡһанынсы йәшендә яҡты донъя менән хушлашты. Йәнең ожмах түрендә булһын, атай!
Илебеҙ тарихында фажиғәле ваҡиғалар башҡаса ҡабатланмаһын донъялар имен булһын.
Бөтә балалары исеменән: Нәғимә Шәрипова-Самарбаева, мәғариф ветераны.