Шәриф Исламғолов Ирәндек ҡуйынына һыйынып ултырған Моҫтай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы менән әсәһе иллегә лә етмәйенсә, дүрт сабыйын ҡалдырып үлеп китә. Ә балалар, уҫал булһа ла, ғәҙеллек яратыусы өләсәләре Хәйерниса ҡарамағында үҫә. Ауыл ул заманда ҙур ғына булып, бөтәһе 142 йорт иҫәпләнә. Ғаиләләрҙең барыһы ла ишле була. Ғаилә башлыҡтары урындағы, шулай уҡ кантон начальниктары менән дини мәктәп асыу тураһында килешергә тырыша. Ниһайәт, беренсе донъя һуғышы башланыр алдынан Ирәндек аръяғында рәсми рәүештә тәүге мәктәп асыла. Ауыл аһаҡалдары сходы ҡарары буйынса, күмәкләп йыйған аҡсаға күрше ауыл байынан ағас бура һатып алып, ауыл уртаһына ултырталар. Ул осор өсөн был оло ваҡиғаға әүерелә, сөнки күпселек ауылдарҙа әле мәктәп бөтөнләй булмай.
Яланаяҡ, иҫке-моҫҡо кейемле алты йәшлек Шәриф 1916 йылда тәү башлап мәктәпкә килә. Буйға барыһынан да бәләкәй, сибек кенә булһа ла, шуҡ тиҙ аралашыусан малай уҡыусылар араһында оҙаҡламай үҙ кешегә әйләнә. Уҡыусылар (шәкерттәр) йәше менән дә, буйы менән дә төрлө-төрлө булғанғалыр инде, мәктәптә көслөнөкө донъя тигән закон хакимлыҡ итә. Бер бүлмәлә илленән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, мәктәп кластарға бүленмәгән була. Мебелдәр булмай, барыһы ла дәресте иҙәндә ултырып уҡый. Шәкерттәр иң тәүҙә 12 биттән торған “Иман шарты”н ятларға тейеш була. Ул шул тиклем ҡатмарлы була, ҡайһы берәүҙәр уны ике-өс йыл буйы ятлай алмай ыҙалай. Уны тапшырғандан һуң “Әфтиәк”те, һуңынан Ҡөрьәнде һәм фарсыны өйрәнергә тейеш булалар. Шәриф сос, зирәк булып сыға, мәғәнәһен аңламаған ғәрәп һүҙҙәрен тиҙ отоп ала, хәтерендә ҡалдыра. Шунлыҡтан уға уҡытыусынан сыбыҡ эләкмәй тиерлек.
Егерменсе йылдарҙа уҡыу нигеҙенә туған тел, арифметика, география башҡа фәндәр индерелә. 1919 йылда иң көслөләрҙән һаналған бер нисә уҡыусы Төркмән мәктәбенә күсерелә һәм унда дини дәрестәрҙе ҡыҫҡартыу иҫәбенә ҡайһы бер фән нигеҙҙәрен өйрәнә башлай. Элеккесә ҡыҙҙарға белем алыу һаман тыйыла, ә мәсеттә эшләүселәр был закондың тайпылышһыҙ үтәлеүен күҙәтеп кенә тора. Шуға ҡарамаҫтан, Төркмән ауылында уҡымышлы булып һаналған Зөләйха ҡыҙ-ҡырҡындар өсөн йәшерен мәктәп аса. Был мәктәпкә Сәфәрбикә, Ғилминиса, Хөсниямал, Бүләкбикә, Мөхлисә, Иҙиниса һәм башҡалар йөрөй. Әммә ауылда сер һаҡлап булмай: был турала һиҙеп ҡалып, ҡыҙҙарҙы өйгә бикләп ултырталар, ә Зөләйхаға мулла бәддоға уҡый.
Төркмән ауылы 20-се йылдар башында 150-нән ашыу йорттан тора. Халыҡтың яртыһын хәлле крәҫтиәндәр һәм тиҫтәләгән кулак ғаиләһе тәшкил итә. Ярлы һәм үтә ярлы крәҫтиәндәр ҙә байтаҡ була. Ауылда тормош буталғандан-бутала, кешеләр төрлө ҡатламға бүленә бара. Ауылда эш ҡағыҙҙары алып барыу өсөн яҡшылап уҡый-яҙа белгән кеше булмай. Ярлылар комитеты ауыл Совет менән берлектә Ҡыҙыл ауылынан Константин Резепинды Совет секретары итеп саҡырырға ҡарар итә. Ауылда быны төрлөсә ҡабул итәләр. Резепин ифрат алсаҡ кеше булып сыға, башҡортса иркен һөйләшә. Граждандар сходында ирекле башланғыста тәүге рус класы асырға һәм яңы секретарҙы уҡытыусы итеп ҡуйырға ҡарар итәләр. Шәриф рус класына уҡырға бара, әммә уның уҡыған өсөн ай һайын өсәр һум түләү мөмкинселеге булмай. Бәхетенә күрә, балалыҡ дуҫы, урта хәлле крәҫтиән улы, Сәйетәхмәт Һөйәрғолов уның өсөн аҡса түләй.
Һәләтле үҫмерҙе бындай уҡыу ҡәнәғәтләндермәй, ул ысын мәғәнәһендә белем алырға ынтыла. Берҙән-бер көндө Моҫтайға Өфөнән вәкил килеп төшә һәм башҡорт балаларын уҡырға алып китергә теләүен әйтә. Ауыл Советы беренсе булып зирәк Шәрифте тәҡдим итә, тик уның өләсәһе бөтә инстанцияларҙы, түрәләрҙе йөрөп сыға, әммә ейәнен ебәрмәүгә өлгәшә. Өләсәһенең ихтыяры малайҙың хыялын емерә алмай, киреһенсә көсәйтә генә. Шәриф Ваһап Ҡотлоғужин менән бергә өйҙән ҡасып китеп, Хәлил ауылына барып сыға. Ә унда мәктәп директоры булып яҡташыбыҙ Камил Мусин эшләй. Директор малайҙарҙы ҡабул итә, әммә матди яҡтан ярҙам итә алмай. Шәриф мееән Ваһап юғалып ҡалмай, ауылдағы Ильяс Буранбаев исемле байға тамаҡ хаҡына батраклыҡҡа яллана. Ниһайәт, хыял тормошҡа ашты, уҡып белем аласаҡбыҙ тигән малайҙарҙың шатлығы оҙаҡҡа бармай. Сөнки Ильяс бай үтә ҡаты бәғерле кеше булып сыға, ялсыларын иҫәпһеҙ малын көтөүгә ҡарамаҫтан, уларҙы астан интектерә. Көтөүселәрҙе таң һарыһы менән уятып, ас көйөнсә эшкә ҡыуалай. Шулай итеп, аслыҡ хыялды еңә – ҡасаҡтар ике аҙнанан һуң өйҙәренә әйләнеп ҡайта. Уҡыу теләге менән шулай хушлаша улар.
1914 йылдың эҫе, томра йәйе етә. Ауылдың эшкә һәләтле бар халҡы бесәнгә төшә. Шундай көндәрҙең береһендә ауылда сапҡын күренә. Германия менән һуғыш башланыуы билдәле була һәм 1864-1894 йылғы ир-егеттәрҙе ашығыс мобилизациялау тураһында приказ була. Моҫтайҙан, ентекле медицина тикшереүе лә үтмәҫтән, 200 кеше һуғышҡа китә. Хәүефле 1919 йыл. Ул халыҡҡа тыныслыҡ алып килмәй. Эпидемия көсәйә. Кешеләр тиф, дизентерия, ваба сиренән күпләп ҡырыла. Көн-төн тимәй, ир-егеттәрҙе Дутов, Колчак армияларына ҡыуып алып китәләр. Шул уҡ йылда ауылға тағы бер сургучлы хат килә. Уны Темәстән Шәриф Исламғолов алып ҡайта. Халыҡ тағы һуғыш сыҡҡан икән тип хафалана. Былай ҙа граждандар һуғышы бара бит. Әммә конвертта ауылдың бөтә халҡын Хәлилгә йыйып килтерергә ҡушылған була. Унда 29 ауыл халҡы йыйыла. Бында совет власына ҡаршы сығыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыла. Әммә большевиктар ҡаршы сығып, митингты ойоштороусыларҙың ниәте бойомға ашмай.
Шәриф Исламғоловҡа, 15 йәше лә тулмаҫ элек, граждандар һуғышын, үлемесле алыштарҙы күрергә, кеше ғүмеренең ҡай саҡ ҡыл өҫтөндә генә тороп ҡалыуын ҡарап, бик иртә ололарса фекер йөрөтөргә өйрәнергә тура килә, үҫмер тәне һәм рухы менән сыныға. Ул башҡалар менән бер рәттән күп михнәттәр кисерә, яҡындарының үлем ҡайғыһын үткәрә, аслыҡ йылдарын кисерә, төрлө эпидемиялар ҡоторғанда мөғжизә менән тере ҡала. Был уның көслө рухлы булыуы, ауырлыҡтарға һәр саҡ әҙер булыуын күрһәтә. Сөнки кем ҡурҡыу белмәй алыша, шул еңә. Бәләкәйерәк сағында ашарына эҙләп Ҡыҙыл яғына барып, серек иген ҡалдыҡтары, үлән тамырҙары йыйып йөрөгәндәр. Ирәндекте арҡыры-буй гиҙеп, Измайловка ауылына барып етеү оноторлоҡмо инде? Бер телем икмәк өсөн кешеләр иң ҡәҙерле нәмәләрен биреп ебәрә. Мәҫәлән, күршеләрендә йәшәгән Ғабдрафиҡ бүренең артҡы аяғы өсөн өйөн бирә, Ғиләжетдин менән Ҡушәхмәт тә астан үлмәҫ өсөн ғүмер буйы йәшәгән өйҙәрен бушата. Шәрифтең өләсәһе күршеләрен йәлләп өйөнә индерә һәм байтаҡ ваҡыт 14 кеше бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәй. Ҡайғы-хәсрәт, бергә кисергән михнәттәр кешене яҡынайта, татыулаштыра. Әммә аслыҡ бөтәһенән дә көслөрәк. Ҡайһы саҡ ул кешене кешелектән сығара, аңын томалай, ҡырағайландыра. Шәрифтең дуҫы Ильяс менән шундай хәл була. Малай, ауылға ҡайтып килешләй, Сретинска станицаһында йоҡлап китмәксе була, бер әбейҙә туҡтай. Арыған юлсы күҙен йоморға ла өлгөрмәй, ниндәйҙер ҡыштырҙау ишетеп ырғып тора һәм үҙенә балта менән киҙәнгән әбейҙе күреп ҡото осоп, ҡасып өлгөрә.
Ауыл ярлылары мәнфәғәтен яҡлау өсөн ярлылар комитеты – комбед төҙөлә һәм унда йәш булыуына ҡарамаҫтан Шәриф Исламғолов та индерелә. Уға ауыл йәштәре менән эшләү бурнысы йөкмәтелә. Ул саҡта балаларҙы аслыҡтан ҡотҡарып ҡалыу төп бурыс була. Комитеттың ҡарары менән ас һәм етем балаларҙы хәлле һәм етеш ғаиләләргә беркетәләр, ә уларҙы ашатыуҙы комитет ағзалары контролдә тота. Бөрйән-Түңгәүер кантонында ас балаларҙы туҡландырыу бүлеге ойошторолоуы тураһында хәбәр килеп етә. Шәриф Исламғолов һәм тағы ике комитет ағзаһы Темәскә юллана. Туҡландырыу бүлеге начальнигы, партия ағзаһы Казакбаев Моҫтай ауылы кешеләренең үтенесен шунда уҡ иғтибарға ала. Бер нисә көндән 48 балаға аҙыҡ-түлек ебәрелә.
Шәриф үҙ өҫтөндә ныҡышмалы эшләп, үҙенең белемен күтәрә, ауылда уҡымышлы кешеләрҙең береһенә әйләнә һәм ауыл Советы башҡарма комитеты секретары вазифаһына күрһәтелә. Ауыл Советына һалым йыйыу бурысы ла йөкмәтелә. Һалымдар кулактар һәм хәллеләргә һалына. Был ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм комсомолецтарға, ауыл активистарына һөжүм йышая. Бер көн һалым йыйып йөрөгән Шәриф Исламғолов төркөмөнә ҡораллы банда ташлана. Көскә ҡотолоп ҡалалар. Икенсе юлы Шәриф Исламғолов ауыл хужалығы һалымын йыйыу өсөн тирмәләр буйлап китә һәм уны ҡарауыллап тороп башына тимер күсәр менән һуғалар һәм үлгән тип уйлап, ҡыуаҡ аҫтына ташлап китәләр. Әммә уны күреп ҡалып, ҡотҡарып ҡалалар.
Үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән Шәриф Исламғоловты 1935 йылда колхоздарҙың етәкселек звеноһын нығытыу өсөн эшкә йүнәлтәләр. Ул ВКП (б) ойошмаһының иң алдынғы ҡарашлы, әүҙем ағзаларының береһенә әүерелә. 1938 йылда белемле һәм бик грамоталы Шәриф Ҡунаҡҡол улын “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзитенә әҙәби хеҙмәткәр итеп йүнәлтәләр. Бер нисә айҙан ул баш мөхәррир урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1940 йылдың сентябрендә ул Баймаҡ районы буйынса Башрадиокомитеттың уполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. Ул ваҡытта радио – төп пропаганда ҡоралдарының береһе була. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Шәриф Исламғолов яуға китә. Ул айырым элемтә батальонында хеҙмәт итә. Уның матбуғатта эшләү тәжрибәһен иҫәпкә алып, рота партия бюроһының секретары итеп һайлайҙар. Шулай итеп, Ҡыҙыл Армия сафында ла ул “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзитендә алып барған идеология эштәрен дауам итә. Ҡыйыу яугир ике мәртәбә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Шәриф Исламғолов Японияға ҡаршы һуғышта ла ҡатнаша.
Яу яланынан имен әйләнеп ҡатйҡас, ул Баймаҡ райкомы аппаратында дүрт йыл эшләй. Артабан уны Аҡморонда урынлашҡан 46-сы йылҡысылыҡ заводына партбюро секретары итеп йүнәлтәләр. 1954 йылдан Шәриф Ҡунаҡҡол улы беҙҙең яҡтарға ебәрелгән сиҙәмселәрҙең 40 ғаиләһен ҡабул итеп, урынлаштыра. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сиҙәмселәр ауыл механизаторы һөнәрен үҙләштерә. Һөҙөмтәлә 10834 гектар сиҙәм ерҙәр күтәрелә. Был йүнәлештәге фиҙҙаҡәр хеҙмәте өсөн Шәриф Исламғоловҡа “Почетлы сиҙәмсе” исеме бирелә.
1955-1956 йылдарҙа Шәриф Ҡунаҡҡол улы Баймаҡ ял йортоноң директоры булып эшләй. Артабан ул биш балаһын тейешле кимәлдә уҡытыу, уларға яҡшы белем биреү өсөн Баймаҡҡа күсә. Әлбиттә, был карьера күтәрелешенә тотҡарлыҡ яһамай ҡалмай, әммә атай булараҡ ул ғаиләһен һәм балаларының яҡты киләсәген һайлай. Шәриф Ҡунаҡҡол улы хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем тормош менән йәшәй – Бөтә Рәсәй тарихи һәм мәҙәни һәйкәлдәрҙе һаҡлау йәмғиәтенең Баймаҡ районындағы ойошмаһының яуаплы секретары, халыҡ контроле комитетының ялыуҙар буйынса бүлеге мөдире була.
Тыуған еребеҙҙе үҫтереү, аслыҡ-яланғыслыҡ, һуғыш йылдарында һәм унан һуң илде тергеҙеү, халыҡтың үҙаңын үҫтереүгә көс һалған бихисап шәхестәребеҙ бар. Үҙенә ҡарата үтә талапсан, уҡымышлы, кешелекле-кеселекле, ябай һәм тыйнаҡ Шәриф Ҡунаҡҡол улы Исламғолов нәҡ шундай яҡташтарыбыҙҙың береһе. Шәхестәребеҙҙең яҡты хәтере халыҡ күңелендә мәңге һаҡланырға тейеш. Сөнки улар – беҙҙең халҡыбыҙҙың утлы ла, ҡанлы ла, данлы ла яҙмышы.
Ғ.З. Иҙелбаевтың (“Октябрь байрағы” гәзите, 1990 йыл) һәм интернет материалдарға таянып Гүзәл Салихова әҙерләне.