Тормош ҡанундары аяуһыҙ шул- көтмәгәндә арабыҙҙан билдәле педагог, үҙ эшенең ысын оҫтаһы, һоҡланғыс кеше һәм әүҙем йәмәғәтсе Һылыу Рамаҙан ҡыҙы Шәйәхмәтова китеп барҙы...
Һылыу Рамаҙан ҡыҙы 1952 йылдың 21 декабрендә Түбәнге Иҙрис ауылында Ҡәмәриә һәм Рамаҙан Абдрахмановтарҙың ҙур ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килә. Бәләкәй туғандарын тәрбиәләүгә күп көс һала.
Башланғыс белемде Түбәнге Иҙрис башланғыс мәктәбендә ала һәм артабан Ҡолсора 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡый. Уны тамамлағас, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. 1971 йылда дипломлы белгес Билал урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Бер йылдан һуң Ҡолсора урта мәктәбенә ҡайта һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошонда эшләй.
Һылыу Рамаҙан ҡыҙы үҙ эшенә мөкиббән бирелгән ысын мәғәнәһендә ҙур педагог булыуҙан тыш, мәктәптең, ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты. Бер нисә йыл мәктәптең профсоюз ойошмаһы рәйесе һәм башланғыс кластарҙың методик берекмәһе етәксеһе лә булды, үҙ иңенә йөкмәтелгән бурыстарҙы намыҫ менән атҡарҙы.
1981 – 1986 йылдарҙа Һ.Р. Шәйәхмәтова Ҡолсора ауыл Советы секретары вазифаһын уңышлы башҡарҙы.
Хеҙмәттәге уңыштары өсөн төрлө кимәлдәге Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Һ.Р. Шәйәхмәтова тормош иптәше Рәхимйән Ғәзизйән улы менән матур ғаилә ҡороп, дүрт балаға ғүмер бирҙеләр.
Һылыу Рамаҙан ҡыҙы күптәрҙең, шул иҫәптән беҙҙең, тәүге уҡытыусыбыҙ булды. Тап ул беҙҙе - 1977 йылда Ҡолсора урта мәктәбенә тәүләп аяҡ баҫҡан малай һәм ҡыҙҙарҙы – белем донъяһына етәкләп инде һәм аң-тәрбиә биреүгә бөтөн көсөн һалды. Һәр саҡ көләс йөҙлө, алсаҡ күңелле, һәр кемгә ихтирамлы һәм кеселекле булыуы, яҡшы белем һәм тәрбиә биреүе менән мәңгелеккә хәтеребеҙҙә ҡалды. Һәр бер бала менән индивидуаль эшләү, уҡыусыларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап асырға тырышыу, матур мөғәмәлә булыу үҙ һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалманы – ул уҡытҡан класс уҡыусылары артабан төплө белеме менән айырылып торҙо, тормошта ла үҙ урынын тапты.
Мәктәпте тамамлап, төрлө тарафтарға таралышһаҡ та, Һылыу Рамаҙан ҡыҙы үҙенең уҡыусыларын, уҡыусылары иһә уҡытыусыларын бер ҡасан да онотманы. Беҙҙе күреп ҡалһа, һәр саҡ көләс йөҙө тағы ла яҡтырып китер, хәл-әхүәл һорашыр, уңыштарыбыҙ өсөн ихлас ҡыуаныр ине.
Һуңғы йылдарҙа Баймаҡта йәшәгәндә лә Һылыу Рамаҙан ҡыҙы ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты, “Ағинәйҙәр” ҡоро составында күп сараларҙы ойоштороп йөрөнө.
Һ.Р. Шәйәхмәтова Ҡолсора ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы араһында ҙур ихтирам һәм абруй менән файҙаланды, уны барыһы ла хөрмәт итте. Уны һуңғы юлға оҙатыуға бар ауыл халҡының сығыуы, күрше ауылдарҙан да кешеләрҙең күпләп килеүе тап шул хаҡта һөйләй.
Беренсе уҡытыусыбыҙ, оло тормош юлына һуҡмаҡ һалған танылған педагог, һоҡланғыс кеше, яратҡан апайыбыҙ Һылыу Рамаҙан ҡыҙы Шәйәхмәтова тураһында матур хәтирәләр беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәр.
Ҡолсора урта мәктәбенең 1987 йылғы сығарылыш класы уҡыусылары исеменән – Азамат Мөхәмәтшин.