Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
19 Июль 2019, 12:27

ОЛОЛАРЫМ ҺҮҘЕ – АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ

Хәтер саҡырыуы буйынса йыш ҡына бала сағыма ҡайтып әйләнәм. Баймаҡ районының Хәсән ауылында ҡалды ул мәлем. Ҡартатай менән ҡартәсәйем – Моратша Мортаза улы һәм Ғәйниямал Ғәлиәскәр ҡыҙы Ырыҫҡужиндарҙың бәләкәй генә өйөндә минең оло донъям бар ине. Уның эсе тулы хазина булған икән! Ҡайтып ураған һайын шуға инанам.

Ҡәҙерлеләрем урта хәлле ине. Байлыҡҡа ынтылманы, булғанына шөкөр итә белә ине. Заманы ла шуға өйрәткәндер: ҡартатайым – 1916, ә ҡартәсәйем – 1913 йылда тыуған. Ҡартәсәйем, иген йыйған мәлдә донъя килгәнмен, тип һөйләр ине. Күрше Иҫке Сибай ауылынан, Айсыуаҡовтар нәҫеленән ул. – Әсәйем баҫыуҙа мине тыуҙырған да, шунда бишеккә төрөп һалып, үҙе артабан эшкә тотонған, – ти. Ысынмылыр, бушмы, – балаларыма уның тураһында мин дә шул хәбәрҙе һөйләйем. Әкиәт итеп ҡабул итә бәләкәстәрем. Хәтерҙәрендә ҡалһа, моғайын, улар үҙ балаларына, ейәндәренә лә һөйләп еткерер.

Ә ҡартатайым хәлле ғаиләлә йәшәгән. Ғөмүмән, Хәсән ауылына нигеҙ һалып, шунда оя ҡорған Бейешев, Ырыҫҡужин, Хәсәновтар заманына күрә яҡшы йәшәгән. Мал-тыуар аҫрап, иген үҫтереп, күршеләренә яҡшылыҡ ҡылып көн иткән.
Ҡартатайым менән ҡартәсәйемде тимләп өйләндергәндәр. Бер-береһен күҙ ҡарашы менән аңлап ҡына йәшәүҙәре иҫемдә. Йәшәй башлағандан һәйбәт ул минең ҡартым, тиер ине ҡартәсәйем. Илебеҙҙәге ауыр йылдарҙа балалары һаулыҡҡа мандый алмай бер-бер артлы үлеп тик торған. Биш балалары шулай әрәм булған. 1949 йылда атайым тыуғас, һыуыҡ ғинуар айы булыуға ҡарамаҫтан, ғүмерен бирһен тип, уны тәҙрә аша алғандар. Исемде лә, ишле итергә теләп, Ишбулды тип ҡушҡандар. Ошонан һуң, ысынлап та ғаиләлә балалары йөрөмө ғүмерле булып киткән. Атайымдан тыш, тағы ике ҡыҙҙары тыуған: Миңнур менән Маһинур.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡартатайым һуғышҡа алына, ә ҡартәсәйем ошо Хәсән ауылындағы бер тауҙа кварц сығарыуҙа ҡатнаша. Халыҡ телендә был тау бөгөн дә Квартау булып йөрөй.
Һуғыштан һуң ҡартатайым Сибай рудигында эшләгән. Элек бит хәҙерге һымаҡ автобус, машиналар юлға һыймай йөрөмәгән. Хатта тәбиғәт тә үҙенсәлекле ҡырыҫыраҡ, йәйе – самаһыҙ эҫе, ҡыштары үҙәккә үткес һыуыҡ булған. Шундай ҡыштарҙың бер төнөндә, 1954 йылда Сибайҙан йәйәүләп эштән ҡайтҡанында ҡартатайым ике ҡулдарының да бармаҡтарын өшөткән. Ошонан һуң ғүмере буйына ул инвалид булды. Ҡартәсәйем уның был хәленә бер ҙә ауырһынманы, ҡартатайымды ҙур ихласлыҡ менән тәрбиәләне, һәр ваҡыт ыҫпай, таҙа йөрөттө. Ә мин, бәләкәй булыуым менәндер, шулай тейеш тип ҡабул иттем. Өҫтәүенә, ҡәҙерлем ҙур устары менән арҡамдан һөйһә, миңә йылы, рәхәт булып киткән һымаҡ ине. Шуғалыр, донъялағы иң һәйбәт кешеләрҙең ҡулдары ҡартатайымдыҡы һымаҡ була икән, тип уйлағанмындыр.

Ҡартатайым менән ҡартәсәйем өйөнөң түрендә һәр саҡ самауыр ҡайнап ултырҙы. Кем килһә лә, иң тәүҙә сәй менән һыйланылар. Ҡартәсәйем һалған икмәкте ауылдаштар маҡтап туймаҫ ине. Ауылда туй-табын була ҡалһа:
– Ғәйней еңгә, һин бешергән икмәкһеҙ табыныбыҙ буш булыр, – тип икмәк бешертеп алдылар.
– Кеше менән уртаҡлашһаң, үҙеңдеке кәмемәй, арта ғына ул, балам, – ҡартәсәйемдең ошо һүҙҙәре лә иҫемдә. Аслыҡ йылдарын күргән ҡәҙерлем белмәй әйтмәгәндер. Ул афәт йылдарында ла киндер һуғып, ауыл халҡын киндер икмәге менән һыйлар булған, тиҙәр.
Ҡайҙа ғына барһа ла, ҡартәсәйем мине етәкләп, янында ғына йөрөтә. “Бишбармаҡ”ҡа (ауыл халҡы һыуҙы ошо шишмәнән эсә) һыуға таң менән барыр ине. Миңә лә, ҙур кешеләй итеп, бәләкәй генә биҙрә тотторор. Ҡайтышлай йыш ҡына:
– Сайпылдырмай ғына, һыуыңды сәсмәй генә алып ҡайт. Ҡыҙҙарҙың бәхетен һыу ташығанда һанайҙар, – тигән булыр.
Хәҙер һыуҙы көйәнтәләп шишмәнән ташыуҙар һирәк, шулай ҙа ҡәҙерлемдең был һүҙҙәрендә ниндәй аҡыл йәшеренгәнен дә ваҡыт үтеү менән аңланым: ҡатын-ҡыҙҙың бәхете биҙрәләге һыу һымаҡ, әҙ генә яңылыш баҫтыңмы, түгелеп ҡуйыуы бар, тип һаҡлыҡҡа, бөхтәлеккә лә өйрәтә түгелме?!
Мин алып ҡайтҡан һыуҙы алтындай күреп, тәүҙә ҡартатайым тәмләй. Төшкө ашҡа атайым килһә, уға ла бирәләр:
– Ҡыҙыңдың тәтәй ҡулдары менән алып ҡайтҡаны, тәмен белеп кенә эс!
Ошо һүҙҙәре менән мине нисек үҫтереп ебәргәндәрен белдеме икән ҡартәсәйем менән ҡартатайым?! Шуғалыр, үҙемде һәр ваҡыт кемгәлер кәрәкмен тип тоямдыр, тип уйлайым. Ә бит был тойғо тормош юлында бик мөһим.
Түҙемле, сыҙамлы буларға өйрәтте мине ололарым. Тормошта барыһы ла ваҡытлыса, бөгөн барбыҙ, иртәгә юҡ. Юҡ булғас та һине яҡшы итеп иҫләүселәр ҡалдырып китергә кәрәк, тип өйрәтеүселәремде һаман һағынам. Йәндәрегеҙ йәннәттә булһын!

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
Читайте нас: