Һаҡмар
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
26 Июнь 2019, 18:18

Ҡаһарманлығың мәңге онотолмаҫ, атай!

22 июнь – хәтер һәм ҡайғы көнө


Атай-әсәйҙәребеҙ бар саҡта уларҙы тейешле кимәлдә ҡәҙерләп еткермәүебеҙ, улар мәңге яныбыҙҙа булыр һымаҡ ҡыланыуыбыҙ һуңынан үкенестәргә алып килә.

Беҙҙең атайыбыҙ Фәйзрахман Абдрахман улы Сыртланов – Бөйөк Ватан һуғышы яугире ине. Тик беҙ унан бер ҡасан да һуғыш тураһында бер һүҙ ишетмәнек. Иҫ киткес сабыр холоҡло, аҡыллы, эшһөйәр атайыбыҙ балалар күңелен ҡурҡыныс хәтирәләрҙән һаҡлағандыр. Ә бит ул үҙе һуғыштың иң ҡыҙыу урындарында булып, мәңгелек яралар алып ҡайта. Һуғыштан ҡайтҡас иһә әсәйебеҙ Хәмиҙә Ғәлимйән ҡыҙына өйләнеп, бик бәхетле, татыу ғаилә ҡоралар.

Атайыбыҙҙың бар наградаларын һаҡларға тырыштыҡ. Уларға ҡушып бирелгән миҙал-орден документтарын ҡарап хайран ҡалабыҙ хәҙер. Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ булған атайыбыҙҙың ни тиклем батыр һәм ҡаһарман хеҙмәт иткәнен һуң аңлағанбыҙ, тип уйлайым. Ә бит был юғары награда тиккә бирелмәй. Совет илен фашистарҙан тар-мар итеүҙә йәнен-тәнен аямай көрәшкән атайымдың һуғыштағы һәр көнөн һөйләтеп алғы килә бит... Хәйер, һөйләмәҫ ине ул. Үҙенә генә хас сабыр, аҡыллы йылмайыуын бүләк итер ине лә, эштән ҡатҡан ҡытыршы ҡулдары менән башымдан һыйпар ине. Шулай итеп, атайымдың Бөйөк Ватан һуғышында юғары наградаларға, орден-миҙалдарға лайыҡ булған батырлыҡтары беҙҙең өсөн сер булып ҡалды.

Йыл һайын Еңеү һәм һуғыш башланған көн атайыбыҙҙы һәм тыныслыҡ килтергән бар һалдаттарҙы хәтергә төшөрөп, күңелдәрҙе тетрәндерә. Яу михнәттәрен кисереп, күңел таҙалығын, рух ныҡлығын һаҡлай алған ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын мәңге онотмайыҡ, ҡәрҙәштәр!

Атай, ҡәҙерлебеҙ, беҙ һинең рухың алдында баш эйәбеҙ. Һин беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәүең менән мәңге тереһең һәм һәр саҡ яныбыҙҙаһың...

Фәриҙә МУСИНА.

Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: