Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
8 Июнь 2018, 20:17

Арҙаҡлы шәхес булды

Бөгөн, 8 июндә, ҡәҙерле атайыбыҙ Нөғәмәнов Йосоп Әхмәт улының баҡыйлыҡҡа күсеүенә 40 көн тула. Барлыҡ ғүмерен райондың мәғариф системаһын үҫтереүгә арнаған атайыбыҙ ысын мәғәнәһендә оҙон, бәхетле ғүмер кисерҙе, тыуған еренә, иленә, халҡына тоғро хеҙмәт итте, хаҡлы абруй яуланы, арҙаҡлы шәхес булып танылды.

Ул Таулыҡай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә, бала сағы Граждандар һуғышынан һуңғы ауыр йылдарға, колхозлашыу осорона тура килә. Тыуған ауылында башланғыс белем алғас, уҡыуын Беренсе Этҡол мәктәбендә дауам итә. Уҡытыусы булыу теләге артабан Темәс педагогия училищеһына алып килә, ул бында буласаҡ дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаров, хужалыҡ эшмәкәре Хәмзә Сөләймәновтар менән бергә уҡый. 1941 йылда уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң, хеҙмәт юлын Йылым башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып башлай.

1942 йылдың йәйендә атайыбыҙ хәрби хеҙмәткә саҡырыла: Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә, Тыуған илебеҙҙең һыу сиген һаҡлай. Аҙаҡ япон милитаристарын химик-разведчик сифатында тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Батыр яугир тыуған еренә 1948 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһендә ҡайтып төшә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Японияны еңгән өсөн” һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.

Атайыбыҙҙың тыныс тормоштағы хеҙмәт юлы райондың мәғариф системаһы менән тығыҙ бәйле. Һуғыштан ҡайтҡас, ул Таулыҡай ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, ситтән тороп Магнитогорск пединститутының тарих факультетын тамамлай. Ғаилә ҡора. Ниғәмәт мәктәбендә директор, Татлыбай мәктәбендә уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаларын башҡара. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡанса Таулыҡай урта мәктәбендә тарих, химия уҡытыусыһы булып эшләй. Йәш сағынан уҡ һүрәт төшөрөү, ҡул эштәре оҫтаһы булып танылған атайыбыҙ оҙаҡ йылдар рәсем дәрестәрен дә алып бара. Әйткәндәй, Татлыбай мәктәбенә тәүге электр уты биреүсе лә ул була, бынан тыш үҙ ҡулдары менән мәктәп йыһаздары ла эшләй. Улар тарихи ҡомартҡы булып әле лә һаҡлана.

Мәғариф өлкәһен үҫтереүгә күп көс һалғаны, фиҙаҡәр хеҙмәте, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Йосоп Әхмәт улы БАССР Юғары Советының, Партия өлкә комитетының Почет грамоталары менән бүләкләнә.

Хаҡлы ялда ла ҡул ҡаушырып ултырмай атайыбыҙ – урындағы колхоз рәйесенең саҡырыуы буйынса 9 йыл хужалыҡта рәссам-биҙәүсе булып эшләй. Уны таулыҡайҙар оҫта баҡсасы, шәхси хужалығы, йорт-ҡураһы балҡып ултырған уңған хужа булараҡ хәтерләй. Ысынлап та, һәр яҡлап та талантлы, бөтә эшкә маһир, киң даирәләге шәхес ине ул. Ҡул эштәренә, рәсем төшөрөүгә, техника ремонтлауға маһир булды, ауылда тәүгеләрҙән булып баҡса үҫтереү менән мауыҡты. Башҡаларға ла өйрәтте.

Атайыбыҙ бик әҙәпле кеше булды. Балаларына ҡул күтәреү түгел, ауыр һүҙ менән дә рәнйетмәне. Бер кемде лә айырып ҡараманы, һәр беребеҙгә хәленән килгәнсә ярҙам итте: йортон да төҙөштө, фатир алыуҙа ла, балалар тәрбиәләшеүҙә лә, башҡа эштәрҙә лә булышты. Әсәйебеҙ Мөслимә Әхмәҙиә ҡыҙы менән 7 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, тейешле белем һәм тәрбиә бирҙеләр. Уларҙың һәр береһе матур ғаилә ҡороп, бөгөн лайыҡлы тормош кисерә.

Атайыбыҙ ябай, намыҫлы, әммә ғорур кеше ине, түрәләргә ялағайланып, баш эйеп, нимәлер һорап-таптырып йөрөмәне. Һәр саҡ үҙе булып ҡала белде, милләтенең ысын улы булды, халҡына тоғро хеҙмәт итте. Шуғалыр ҙа уны барыһы ла хөрмәт итте һәм бөгөн дә оло ихтирам менән иҫкә алалар.

95-се йәшендә арабыҙҙан киткән олуғ шәхес, ҡәҙерле атайыбыҙ Нөғәмәнов Йосоп Әхмәт улы беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Бәхил бул, тыныс йоҡла, ҡәҙерлебеҙ!

Балалары исеменән – улы Шафиҡ Нөғәмәнов.

Читайте нас: