Беҙҙең Иҫке Сибай ауылы тарихҡа бай, билдәле шәхестәре менән дан тотҡан төбәк. Ауылыбыҙҙан сыҡҡан ил азаматтары араһында ҡаһарман яугирҙәр, хеҙмәт батырҙары бихисап. Һәр ҡайһыһының данлы һәм фәһемле тормош юлы бар. Шуларҙың береһе Рәфҡәт Яҡуп улы Күсәбаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы ауыл мәктәбендә хәтер кисәһе һәм волейбол буйынса ярыш үтте.
Оло шәхес иҫтәлегенә үткәрелгән волейбол турнирында күрше мәктәптәрҙән дә командалар ҡатнашты. Уны физкультура уҡытыусылары Фәнис Фәрит улы Яҡупов һәм Илнур Булат улы Ваһапов ойошторҙо. Ярыш бик ҡыҙыу барҙы. Ҡыҙҙар араһында беренсе урынды – Иҫке Сибай, икенсене – Әхмәр, өсөнсө урынды Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе командаһы алды. Иҫке Сибай мәктәбенең егеттәр командаһы ла беренселекте яуланы. Икенсе урынға – Сибай ҡалаһының 1-се мәктәбе, өсөнсөгә Әхмәр мәктәбе командаһы сыҡты.
Хәтер кисәһенә Рәфҡәт Яҡуп улының балалары, бергә эшләгән иптәштәре, ауылдаштары йыйылды. Мәктәп директоры Сәлих Мөхитдин улы Рафиҡов сараны асып, был кисәнең ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп үтте. Артабан төрлө йылдарҙа Р.Күсәбаев менән бергә эшләгән Ә.З. Сәйғәфәров, И.Н. Бикмәтов, С.Ғ. Ишбирҙин, Х.Һунаршин, Ф.Утарбаев хәтирәләре менән бүлеште. Улар Рәфҡәт Яҡуп улының эш тип янып йәшәүе, бик күркәм сифаттарға эйә булыуы, районыбыҙ, ауылыбыҙ тарихын, ер-һыу атамаларын яҡшы белеүе, сәсән телле булыуы хаҡында бәйән итте. Уның шул заманда булған ваҡиғаларға, хеҙмәттәштәренә ҡарата сығарған мәрәкәле лә, кинәйәле лә шиғырҙарын һөйләп, Рәфҡәт олатайҙың тос фекерле, тура һүҙле булыуын иҫкә алдылар. Ә балалары атаһының яҡшы тәрбиә биреүе, унан өлгө алып, әле лә уның һүҙе, рухы менән йәшәүҙәре, ата-әсәһе менән ғорурланыуҙары тураһында һөйләне. Улар бөгөн атаһының шиғырҙарын, иҫтәлектәрен йыйып, китап итеп сығарыу өҫтөндә эш башлаған һәм кемдәлер ниндәйҙер мәғлүмәт булһа, үҙҙәренә еткереүҙе үтенде.
Кисә барышында арҙаҡлы шәхес тере саҡта төшөрөлгән видеояҙмалар күрһәтелде. Оло быуын тарафынан бәйән ителгән хәтирәләр, тарихи мәғлүмәттәр кисәлә ҡатнашҡан мәктәп уҡыусылары өсөн бик фәһемле булды. Сараға Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары, ауылдың “Яҙгөл” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле, Ә.Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең сығыштары йәм өҫтәне.
Хәтер кисәһенән һуң күңелдәрҙә йылы тойғолар артты, тормошҡа ҡарашыбыҙ үҙгәрҙе. Ауылыбыҙҙың ғорурлығы булған Рәфҡәт Яҡуп улы Күсәбаев тураһында белеү беҙҙең өсөн мөһим икәнлегенә төшөндөк.