Һүҙем халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе Рәфҡәт Яҡуп улы Күсәбаев хаҡында. Ул үҙ заманында районда киң билдәле, тәрән фекерле, кешелекле, бик үҙенсәлекле етәксе булды. Иҫән булһа, ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулыр ине. Шул айҡанлы 17 ноябрҙә Иҫке Сибай мәктәбендә уның Хәтер кисәһе үткәрелә.
Р.Я. Күсәбаев 1926 йылдың 13 ноябрендә Иҫке Сибай ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Һүҙ ыңғайында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: Күсәбайҙар (Көһәбайҙар) борон-борондан ҙур тармаҡлы, уҡымышлы һәм алдынғы ҡарашлы заттар булыуы билдәле. Быны боронғо рәүиз яҙыуҙары ла дәлилләй.
Рәфҡәттең атаһы Яҡуп Ғүмәр улы Күсәбаев та заманында киң билдәле мөғәллим була. Ул 1914 йылда импералистик һуғышта ҡатнаша, немецтарға әсиргә эләгә. Шунда немец телен өйрәнә. 1919 йылда илгә әйләнеп ҡайтҡас, Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1921-1927 йылдарҙа Бөрйән-Түңгәүер кантоны инструкторы булараҡ, ауылдарҙа яңыса совет мәктәптәрен ойоштороу, аслыҡтан киңгәгән балаларҙы үлемдән ҡотҡарыу өсөн балалар йорттары асыуҙа әүҙем ҡатнаша. Артабан Баймырҙа, Кәрешкә, Иҫке Сибай ауылдарында мәктәптәр асыуға күп көс һала. Әсирлектә үҙләштереп ҡайтҡан немец теленән уҡыта. 1941 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат була.
Был ваҡытта атаһы ойошторған Иҫке Сибай мәктәбенең 7-се класын тамамлап өлгөргән Рәфҡәттең иңенә әсәһенә ярҙамлашыу, кесе туғандарын ҡарашыу бурысы ята. Шул уҡ йәй ул Молотов исемендәге колхозға эшкә төшә, бесән әҙерләүҙә, ураҡ эштәрендә ҡатнаша. Шулай итеп, 15 йәшлек үҫмерҙең хеҙмәт юлы башлана. Артабан ат ҡараусы, почтальон, иҫәпсе, келәт мөдире вазифаларын башҡара. 1943 йылда Рәфҡәт Күсәбаев Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Ырымбур өлкәһендә һуғыш алымдарына өйрәнгән саҡта ҡаты ауырыу сәбәпле, хәрби хеҙмәттән ҡайтарыла. Бер аҙ шәбәйгәс, ауыл Советына иҫәпсе-кассир итеп эшкә алалар. Ярайһы ғына грамоталы, булдыҡлы егетте оҙаҡламай секретарь, ә ике йылдан ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Ул ваҡытта партия органдары яҡшы эшләгән етәкселәрҙе бер урында оҙаҡ тотманы. Рәфҡәт Яҡуп улына ла береһенән-береһе яуаплыраҡ вазифалар тапшырылып, уға ғаиләһе менән 11 тапҡыр йәшәү урынын алмаштырырға тура килә. Партком секретары урынбаҫары, совхоздың бүлексә идарасыһы, баш агрономы, ауыл хужалығы продукцияһының сифатын тикшереү буйынса баш дәүләт инспекторы, “Башсельхозхимия” район-ара берекмәһе етәксеһе, Һаҡлыҡ банкы идарасыһы һ.б. вазифаларҙа эшләй. Балалары йыш күсенеүҙең сәбәбен һорағас ул:
“Фамилиябыҙ Күсәбай булғас,
Күсәбеҙ ҙә күсәбеҙ.
Хоҙай биргән фамилия бит,
Инде ни хәл итәһең?” – тип мәрәкәләгән.
Эш араһында ситтән тороп 1961 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай.
Рәфҡәт Яҡуп улы ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, һәр саҡ кешелекле, намыҫлы, үҙенә һәм башҡаларға талапсан, тәрән аҡыллы, тура һүҙле кеше булып ҡалды. Уның мәрәкәләп кенә тәнҡитләүе кешеләрҙең күңелен ҡалдырмай, ә уйланырға мәжбүр итә ине. Ул иҫ киткес тәрән феноменаль хәтергә эйә булды. Шул заманда бергә эшләгән райондаштарының исем-шәрифен, уларҙың ата-әсәһен дә яҡшы белеп, осраҡлы ғына тап булған йәштәрҙе төҫ-ҡиәфәтенә ҡарап, “һин шул кешенең балаһы бит” тип яңылышмай әйтә ине.
Рәфҡәт Яҡуп улын беҙ көслө милли рухлы, сәсән телле, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем йәшәү дәрте һүнмәгән уҙаман итеп хәтерләйбеҙ. 80 йәшендә ейәнсәре Азалия менән “Олатайҙар һәм ейәндәр” конкурсында ҡатнашып, район халыҡ ижады үҙәге сәхнәһендә тамашасыларҙы таң ҡалдырып таҡмаҡ әйтә-әйтә ихлас бейеүе, конкурстың Гран-прийын яулауҙары әле лә иҫтә. Рәфҡәт ағай тормош юлдашы Таңбикә Лоҡман ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, аҡыллы һәм тәрбиәле балалар үҫтерҙеләр. Уның күптәргә өлгө булырлыҡ юғары кешелек сифаттарын бөгөн беҙ үҙҙәре олпат йәшкә еткән балаларында күреп ҡыуанабыҙ.